СПОРТ
1 Март 2022, 11:42

Өфөлә волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыламы?

   

Өфөлә волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыламы?Өфөлә волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыламы?
Өфөлә волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыламы?
Рәсәйҙә ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарылмай. Был хаҡта Халыҡ-ара волейбол федерацияһының (FIVB) рәсми сайтында хәбәр ителә.

«Уны ҡабул иткән илдәр һуңыраҡ иғлан ителә», — тиелә хәбәрҙә.

Чемпионатты күсереүҙең төп сәбәбе — Украиналағы хәл.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, волейбол буйынса донъя чемпионаты 2022 йылдың август аҙағында Рәсәйҙең ун ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә үтергә тейеш ине.

 

Фото:FIVB

 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас