

Башҡортостан спортсылары Ҡытайҙағы XIII Ҡышҡы паралимпия уйындарына әҙерләнә. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 2014 йылда Сочиҙа уҙған Паралимпия уйындарының бронза призеры Александр Давидович Италиянан видеобәйләнеш аша сығыш яһаны.
«Беҙ коронавирусҡа ПЦР-тестар тапшырҙыҡ, бөтәһе лә Паралимпияла ҡатнаша. Иртәгә үк Пекинға осабыҙ. Кәйеф күтәренке!», – тип хәбәр итте Александр Давидович Башҡортостан Башлығының олимпиясылар менән осрашыуында.
13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына махсус стипендия булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны.
Радий Хәбиров спорт ветерандарына этаплап матди ярҙам булдырыу программаһын әҙерләргә ҡушты.
Физик культураны һәм юғары ҡаҙанышлы спортты үҫтереүгә өҫтәмә аҡса йүнәлтеү өсөн республика ҡаҙнаһына төҙәтмәләр әҙерләнә, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров олимпиясыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын дәүләт наградалары, аҡсаға сертификаттар менән бүләкләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 28 октябрендәге указына ярашлы, 2011 йылдан тәүге тапҡыр Олимпия уйындары еңеүселәрен һәм призерҙарын матди дәртләндереү суммаһы арттырылды. Беренсе урын өсөн спортсыға – 2 миллион һум, ә уның тренерына 1 миллион һум бирелә. Икенсе урын – 1,5 миллион һум (750 мең һум), өсөнсө урын – 1 миллион һум (500 мең һум).
https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-02-27/glava-bashkirii-vruchil-olimpiytsam-gosnagrady-i-denezhnye-sertifikaty-2708511