СПОРТ
25 Февраль 2022, 16:46

Хәйбуллалар баҫты саңғыға

  

Хәйбуллалар баҫты саңғығаХәйбуллалар баҫты саңғыға
Хәйбуллалар баҫты саңғыға

"Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм физик культура, спорт менән системалы шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыу.

Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы призына саңғы ярыштары буйынса стартҡа 168 саңғы спортын үҙ итеүсе сыҡты. Ярыштар "Рәсәй саңғы юлы" Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышы сиктәрендә Яңы Ергән ауылында үтте.

Конкурста ҡатнашыусылар һигеҙ йәш төркөмөндә, шулай уҡ "Абсолют" (ҡатын-ҡыҙҙар - 5 км, ир-егеттәр - 10 км) һәм "Ғаилә старттары" (атай, әсәй һәм бала) категорияларында ярышты. Иң йәш саңғысыға - Алина Юлановаға 5 кенә йәш булһа, иң тәжрибәлеһе - Салауат Туғыҙбаевҡа 68 йәш ине.

Бөтә спортсылар - йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә - арауыҡты лайыҡлы үтте. Саңғы ярыштарында еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбуллалар баҫты саңғыға
Хәйбуллалар баҫты саңғыға
Хәйбуллалар баҫты саңғыға
Хәйбуллалар баҫты саңғыға
Хәйбуллалар баҫты саңғыға
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас