СПОРТ
23 Февраль 2022, 15:40

“Һауаларға, ай, уҡ сойорғоттом...”

Хәйбуллала тәүге тапҡыр ойошторолған ярыш мәргәндәрҙе тупланы

“Һауаларға, ай, уҡ сойорғоттом...”“Һауаларға, ай, уҡ сойорғоттом...”
“Һауаларға, ай, уҡ сойорғоттом...”

“Мәргән уҡсы” бәйгеһе осҡор күҙҙәрҙе ярышҡа саҡырҙы. Ярышта Аҡъяр, Татыр-Үҙәк, Өфө, Әбүбәкер ауылдарынан 35 уҡсы ҡатнашты. Милли кейемдәге ҡыҙ һәм егеттәрҙең был спорт төрөнә  ауаздаш булыуы быуаттар төпкөлөнән килә. Сөнки мәргәнлек беҙгә хас һыҙат.

Мәргән уҡсы исемен яулағандар  март айында Бөрйәндә үтәсәк “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” ярыштарында Хәйбулла районы исеменән ҡатнашасаҡ. Этноспорт, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә тос өлөш индергән уҡ менән атыу буйынса түңәрәктәр етәкселәре Айнур Баймөхәмәтов,  Гөлсинә Дәүләтбирҙина, Риф Баймырҙинға рәхмәт белдерге килә.

 Хәйбулла районында уҡсылар хәрәкәтенә  уңыштар юлдаш булһын!

Администрация Хайбуллинского района

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас