СПОРТ
21 Февраль 2022, 15:14

"Дуҫтар иҫтәлеге" кубогын кем яуланы?

Боҙ майҙансығында Татыр-Үҙәк, Һамар, Аҡъяр һәм Бүребай хоккейсылары осрашты

"Дуҫтар иҫтәлеге" кубогын кем яуланы?"Дуҫтар иҫтәлеге" кубогын кем яуланы?
"Дуҫтар иҫтәлеге" кубогын кем яуланы?

Татыр-Үҙәк ауылы боҙ майҙансығында  "Дуҫтар иҫтәлеге" Кубогына хоккей буйынса турнир үтте.  Бында Татыр-Үҙәк, Һамар, Аҡъяр һәм Бүребай хоккейсылары осрашты. Спорт байрамына әүерелгән сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. 

Татыр-Үзәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Данир Назаров спортсыларға сағыу еңеүҙәр һәм яңы уңыштар теләне. Командалар боҙға яҡшы кәйефтә һәм еңеү теләге менән сыҡты. Матчтар сәмле, мауыҡтырғыс килеп сыҡты. Көйәрмәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Теләгән һәр бер кеше самауырҙа ҡайнатылған хуш еҫле сәй эсеп, тәмле ашамлыҡтар менән һыйлана алды.

 

Турнир һөҙөмтәләре буйынса кубокты майҙан хужалары - Татыр-Үҙәк хоккейсылары яуланы. 2-се урынды Аҡъяр һәм Бүребай командалары бүлеште. Ә 3-сө урында Һамар хоккейсылары. Андрей Кондратьев - иң яҡшы ҡапҡасы, Фәнил Күсәкәев - иң яҡшы уйынсы, Алик Юзеев - иң яҡшы һаҡсы тип танылды.

 

 

Татыр-Үҙәк ауылы мәҙәниәт йорто

"Дуҫтар иҫтәлеге" кубогын кем яуланы?
"Дуҫтар иҫтәлеге" кубогын кем яуланы?
"Дуҫтар иҫтәлеге" кубогын кем яуланы?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас