СПОРТ
21 Февраль 2022, 15:35

Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!

Ивановкалар балыҡ та тоттолар, ял да иттеләр  

Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!
Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!

Ҡышҡы көндәрҙә боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был спорт йәки ял итеүҙең бер төрө генә түгел, ул күңел торошо, йәшәү рәүеше.

Ивановка ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан Һаҡмар йылғаһында ойошторолған ҡышҡы балыҡ тотоу ярышында ҡатнашыусылар был хәҡиҡәтте йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Йәшенә һәм туплаған тәжрибәһенә ҡарамаҫтан, бында теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Турнир Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.

Балыҡ яҡшылап сиртмәһә лә, тәбиғәт үҙенең һауа торошо менән ҡыуандырҙы, балыҡ тотоу ҡомары балыҡсыларға тынғы бирмәне. Һөҙөмтәлә 1-се урынды Хәлил Карсанов, 2-се урынды Иҡсан Илбәков һәм 3-сө урынды Илгиз Илбәков яуланы. Балыҡсылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты: ҡармаҡлағанда ваҡыт һиҙелмәй үтеп киткән, ә балыҡ тотоу тормоштағы уңыш мәле кеүек, уны ла ҡойроҡтан тотоп ала белергә кәрәк.  Бөтә ҡатнашыусылар ҙа саф һауала ял итеүҙәре менән ҡәнәғәт ҡалды. Берҙәм өҫтәл артында бындай ярыштарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ үткәрергә ҡарар ителде.

 

 

фото:Ивановка ауыл биләмәһе хакимиәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас