СПОРТ
20 Февраль 2022, 06:05

"Тай-тулаҡ" бәйгеһе нисек үтте?

Конкурс еңеүселәре араһында Хәйбулла һыбайлылары ла бар

"Тай-тулаҡ" бәйгеһе нисек үтте?"Тай-тулаҡ" бәйгеһе нисек үтте?
"Тай-тулаҡ" бәйгеһе нисек үтте?

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы янында башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса "Ирәндек" шәфҡәтлелек фонды "Тай-тулаҡ" тип аталған конкурс үткәрә, шулай уҡ бәйге сиктәрендә "Мәргән уҡсы" ярышы бара. Сара Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына арнала.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та ҡатнашты. Ярыш тәүге тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, унда 23 команда һынау тоторға теләк белдергән. Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Күгәрсен, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан килгән командалар алдан тай-тулаҡтар әҙерләп ҡуйылған ҡурала меңгегә өйрәтелмәгән тайҙы ҡороҡлап, өсәүһенең береһе уға һыбай менеп, мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөрөргә тейеш ине. Шулай уҡ аҙаҡ ул йүгәнде сисеп, аттың өҫтөнән һикерергә тейеш. Тәү ҡарашҡа мауыҡтырғыс күренһә лә, ярыш көсөргәнешле, хатта экстремаль күренешкә әйләнде. Йәш тайҙар тиҙ генә үҙҙәренә мендерергә ризалашманы, хатта һыбайлыны өҫтәренән алып ташларға ла ынтылды. Бында иң мөһиме - һыбайлының сослоғо, айбарлығы, тиһәк тә була.

Майҙандың икенсе урынында йәнә бер ярыш - халҡыбыҙҙың боронғо уйын-көрәше "Ауҙарыш" дауам итте. Ҡағиҙә буйынса, ике һыбайлы бер-береһен аттан һөйрәп төшөрөргә тейеш. Бында ла таһыллыҡ, сослоҡ, шул уҡ ваҡытта ғәйрәтлек тә талап ителде. "Ауҙарыш" милли уйын-көрәшендә Бөрйәндән Илнар Салауатов һәм Хәбир Әхмәтшин, Хәйбулланан Рәсих Латипов, Әбйәлилдән Батыр Әбүбәкиров һәм Нәзир Таһиров майҙан батырҙары булып танылды. "Ирәндек" фонды атты менгегә өйрәтеүселәр араһында видеоконкурс та иғлан иткәйне.Был ярышта Ғәҙелбайҙан Инйәр Йортбәков, Иҫке Сибайҙан Сергей Айсенов, Һәмәндән Әлмир Сабанбаев, Хәйбулланан Айгиз Тазетдинов призлы урындарға лайыҡ булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне һәм киләсәктә был ярышты төбәк-ара ғына түгел, хатта донъя кимәленә сығарыу кәрәклеген дә билдәләне. Шулай уҡ йыл һайын йәй Баймаҡ районында матур йолаға әйләнгән "Башҡорт аты" фестивале үтәсәк, тип белдерҙе. Азат Шамил улы башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса "Ирәндек" фонды эшенә тос өлөш индергәндәрҙе тәбрикләне, "Тай-тулаҡ" милли спорт байрамын юғары баһаланы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең коллегабыҙ, "Һаҡмар" гәзите журналисы Азамат Салауатовтың да булыуы ҡыуандырҙы.

Бәләкәйҙән ат өҫтөнән төшмәгән 13 йәшлек Нияз Сәлиховҡа "Ирәндек" фонды тарафынан ҡолон тапшырылды. Малай Баймаҡтың Таулыҡай ауылынан, бәләкәйҙән сабыштарҙа ҡатнаша, аттарҙы мөкиббән ярата. 

 

Автор  фотолары.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-02-19/niyaz-olonlo-buldy-2699692

"Тай-тулаҡ" бәйгеһе нисек үтте?
"Тай-тулаҡ" бәйгеһе нисек үтте?
"Тай-тулаҡ" бәйгеһе нисек үтте?
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас