СПОРТ
20 Февраль 2022, 10:29

Гол! Шайба!

Бүребайҙа—хоккей турниры

Гол! Шайба!Гол! Шайба!
Гол! Шайба!

Бүребай ауылының хоккей маҙансығында  18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Бүребай ауыл Советы призына хоккей турниры үтте.

Унда Бүребай, Татыр-Үҙәк һәм Һамар ауылдары командалары көс һынашты.

Бүребай командаһы, Һамар һәм Татыр-Үҙәк спортсыларын 17:0 һәм 8:0 иҫәбе менән еңеп, 1-се урынға сыҡты. 2-се урында—Татыр-Үҙәктәр, 3-сө урынды Һамарҙар биләне.

Бынан тыш, спортсылар араһында “Иң яҡшы ҡапҡасы”, “Иң яҡшы һөжүм итеүсе”, “Иң яҡшы һаҡлаусы” билдәләнде.

 

https://vk.com/public175486863

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас