

Ҡыуаныстары сиктән ашҡан балалар хәҙер саңғылар кейеп физкультура дәрестәрендә, шулай уҡ режимлы мәлдәрҙә саф һауала спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр.
Кескәйҙәрҙең күбеһе саңғыға тәүгә баҫа. Шуға күрә улар физик тәрбиә биреү инструкторы Хәлиҙә Тимербулат ҡыҙы етәкселегендә тигеҙ ерҙә саңғы юлынан шыуыу, хәрәкәтләнеү күнекмәләрен камиллаштыралар.
Саңғыла йөрөү сәләмәтлекте нығыта, тәндең һығылмалылығын, хәрәкәтләнеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итә, күңелде күтәрә, үҙ-үҙеңдә ышаныс уята.Физик яҡтан сыныҡтырыу һәм һауыҡтырыу саралары балаларҙа үҙаллылыҡ, ижадилыҡ, психик яҡтан тотороҡлолоҡ һәм әхлаҡи сифаттар тәрбиәләп кенә ҡалмай, шәхес булараҡ формалашыуға нигеҙ һала.
Бөтә ер ап-аҡ юрғанға төрөнгән мөғжизәле ҡыш айҙарында рәхәтләнеп саңғыла шыуыу, аҡ ҡарҙан яңы юлдар ярыу кескәйҙәрҙең сәләмәтлелектәрен арттырһын, кәйефтәрен күтәрһен.
Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәлмә белем биреү педагогы Йәмилә Хәйбуллина.