СПОРТ
17 Февраль 2022, 16:29

Иң мәргәне кем?

«Башҡорт баҡыры» предприятиеһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған спорт ярыштарының беренсе этабы уҙҙы

Иң мәргәне кем?Иң мәргәне кем?
Иң мәргәне кем?

«Башҡорт баҡыры» предприятиеһында Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә арналған спорт ярыштарының беренсе этабы уҙҙы. Беренсе вахта ир-егеттәре пневматик винтовканан сәпкә атты.

Һөҙөмтәлә иң мәргән уҡсы - байыҡтырыу фабрикаһының контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика слесары Ғәзинур Моратов, икенсе урында - ОМТО инженеры Павел Зюзин, өсөнсөлә иһә үҫеш бүлеге белгесе Арсен Насиров.

Ярыштарҙың киләһе этабы - турникта күтәрелеү иртәгә үтәсәк, ә байрам алды спорт программаһын гер күтәреү буйынса ярыштар тамамлаясаҡ.

 

 

 

«Башҡорт баҡыры» предприятиеһы

Иң мәргәне кем?
Иң мәргәне кем?
Иң мәргәне кем?
Иң мәргәне кем?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас