СПОРТ
13 Февраль 2022, 05:47

Вәли Илбәков иҫтәлегенә хоккей турнирында кем еңде?

Боҙ майҙансығында Бүребай, Садовый һәм Татыр-Үҙәк хоккейсылары осрашты

Вәли Илбәков иҫтәлегенә хоккей турнирында кем еңде?Вәли Илбәков иҫтәлегенә хоккей турнирында кем еңде?
Вәли Илбәков иҫтәлегенә хоккей турнирында кем еңде?

Бүребай ауылының боҙ майҙансығында Вәли Ғилман улы  Илбәков иҫтәлегенә шайбалы хоккей буйынса турнир үтте.

Сараны ойоштороусылар - Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты һәм профсоюз ойошмаһы. Турнирҙа Бүребай, Садовый һәм Татыр Үҙәк ауылдары хоккейсылары көс һынашты.

Ярышты асыу тантанаһында хоккейсыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Бүребай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Эльвира Андреева һәм Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Рөстәм Илбәков сығыш яһап, спортсыларға уңышлы уйын һәм сағыу еңеүҙәр теләне.

Беренсе булып боҙға Бүребай һәм Татыр Үҙәк ауылдары командалары сыҡты. Тәүге минуттарҙан ике команда ла бер-береһенең ҡапҡаһын «штурмлау»ға тотондо. Хоккейсылар тиҙ уйнай, һөжүм итә һәм оборона һаҡлай белеүен күрһәтте. Матч ныҡышмалы көрәштә уҙҙы. Бүребай ауылы хоккейсылары икенсе осорҙо уңышлыраҡ үткәрҙе, ә был улар өсөн еңеү нигеҙе булды. Һөҙөмтәлә майҙансыҡ хужалары 10:8 иҫәбе менән еңеү байрам итте.

Икенсе уйында Садовый һәм Татыр Үзәк ауылдары командалары осрашты. Был осрашыуҙа беренсе осор ғына ныҡышмалы булды. 2-се осорҙан алып Садовый хоккейсылары уйынды үҙ яғына ауҙарҙы һәм  8-0 иҫәбе менән еңеүгә алып барып етте.

Турнир финалында хужалар командаһы өс шайбаға ҡалыша ине. Әммә бүребайҙар үҙҙәрен ҡулға алып, һөҙөмтәлә Садовый хоккейсыларын 8-7 иҫәбе менән еңде һәм кубок яуланы.

Турнирҙың иң яҡшы ҡапҡасыһы - Матвей Хаблаков (Татыр Үзәк ауылы), иң яҡшы һаҡсы - Егор Червяков (Садовый ауылы), ә иң яҡшы һөжүм итеүсе Никита Фомин (Бүребай ауылы) тип танылды. Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.

 

 

 

 

фото:Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты

Вәли Илбәков иҫтәлегенә хоккей турнирында кем еңде?
Вәли Илбәков иҫтәлегенә хоккей турнирында кем еңде?
Вәли Илбәков иҫтәлегенә хоккей турнирында кем еңде?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас