

"Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм физик культура, спорт менән системалы шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыу. Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында саңғы ярыштары үтте.
Ярыш 60-ҡа яҡын әүҙем саңғысыларҙы берләштерҙе. Һауа торошо ла - спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы, трасса ла шәп булды, шуға күрә ҡатнашыусыларға был матур көндө ләззәтләнеп ярышыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Ололарҙы һәм кеселәрҙе берләштергән спорт байрамы, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға күтәренкелек, энергия һәм яҡшы кәйеф бүләк итеп, бик тиҙ үтте. Ярыштар тамамланғас, ойоштороусылар төрлө йәш категорияларында иң яҡшыларҙы асыҡланы.
Ярыштарҙың иң йәш ҡатнашыусыһы - биш йәшлек Илһөйәр Исҡужин, ә иң олоһо ти Салауат Туғыҙбаев (68 йәш) танылды.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан