

13 февралдә Пекинда үткән Олимпия уйындарында Рәсәй спортсыһы Эдуард Латипов биатлон буйынса 12,5 саҡрымлыҡ эҙәрлекләү ярышында «бронза» яуланы.
Ярышта Максим Цветков, Эдуард Латипов, Даниил Серохвостов һәм Александр Логинов ҡатнашты.
«Ғаиләмә, туғандарыма һәм яҡындарыма, илебеҙгә рәхмәт! Һеҙ иң яҡшы көйәрмәндәр, - тине Эдуард Латипов ярыштан һуң. - Бөгөн һауа торошо ҡатмарлы, әммә мин атыш менән тырыштым. Функциональ йәһәттән ауыр уҙыш - шыуыу бик насар, ләкин мин шатмын!».
Фото:ОК, Vk