

ҠЫҘҘАР САҢҒЫ ЭСТАФЕТАҺЫНДА АЛТЫН МИҘАЛ ЯУЛАНЫ!
Һөйөнсө, дуҫтар, беҙҙең ҡыҙҙар саңғынан эстафетала беренсе урын яулап, Рәсәй иҫәбенә алтын миҙал өҫтәнеләр!
Рәсәй исеменән Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татьяна Сорина һәм Вероника Степанова сығыш яһаны.
Был алтын миҙал Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһында 2006 йылдан алып тәүгеһе.
Был Рәсәй иҫәбендәге өсөнсө алтын миҙал. Бынан тыш, беҙҙең иҫәптә 4 көмөш һәм 6 бронза миҙал бар.
Афарин, ҡыҙҙар! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
"Таң" гәзите