

5 февралдә Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов - республика һәм Рәсәй йыйылмаһы өсөн тәүге олимпия миҙалын яуланы. Ҡатнаш эстафетала Кристина Резцова, Ульяна Ниғмәтуллина һәм Александр Логинов Пекинда 2022 йылғы ҡышҡы Олимпиадала бронза миҙал яуланы. Латипов эстафетаны тамамланы һәм, Логиновтан эстафетаны ҡабул итеп, үҙ этабына беренсе булып китте. Ике ут рубежында ла Башҡортостан спортсыһы хатаһыҙ эшләне, әммә финиш һыҙығында Латипов Норвегия һәм Францияның көслө биатлонсыларынан ҡалышты.
Фото:ОКР