СПОРТ
4 Февраля 2022, 14:41

Фотоһүрәттә кемдәр? Танынығыҙмы?

Пекинда ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһы барышында...

Фотоһүрәттә кемдәр? Танынығыҙмы?Фотоһүрәттә кемдәр? Танынығыҙмы?
Фотоһүрәттә кемдәр? Танынығыҙмы?

Бөгөн 4 февралдә Пекинда «Ҡош ояһы» стадионында 2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын рәсми асыу тантанаһы булды. Сара бер нисә өлөштән торҙо: художестволы программа, ҡатнашыусылар парады, спортсылар ант биреү һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты байрағын күтәреү, утты ҡабыҙыу һәм башҡалар. Әйткәндәй, уларҙың һәр береһенең үҙ мәғәнәһе бар, ә иң төп асылы – халыҡтарҙы, донъяны берләштереү. Тантананың бер өлөшөндә төрлө милләт вәкилдәре стадион аша үтеп, үҙенсәлекле “балаҫ һуҡты” – был “балаҫта” Ер шарының төрлө урындарынан фотоһүрәттәр күрһәтелде. Улар араһында милли кейемдә ҡурай тотҡан башҡорттар менән фото ла булды!

Башҡортостан намыҫын 15 спортсы яҡлаясаҡ: “Ағиҙел” хоккей командаһынан 7 спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан ике уйынсы (Александр Кадейкин һәм Шәкир Мөхәмәҙуллин), биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков.

 

Фото:"Россия1" телеканалында тура трансляциянан скриншот.

Автор:
Читайте нас