СПОРТ
4 Февраль 2022, 05:33

Бөгөн Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары старт ала

-

Бөгөн Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары старт алаБөгөн Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары старт ала
Бөгөн Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары старт ала

Бөгөн, 4 февралдә, Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекиндың “Ҡош ояһы” стадионында Олимпия уты тоҡана һәм, XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары тантаналы асылғас, спорт ярыштары башлана.

Рәсәй йыйылма командаһы флагын конькиҙа уҙышыусы Ольга Фәтҡуллина менән хоккейсы Вадим Шипачев күтәреп үтәсәк.

Әйткәндәй, беҙҙең спортсылар Рәсәй Олимпия комитеты (Russian Olympic Committee — ROC) исеме аҫтында сығыш яһай. Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ (ВАДА) санкциялары менән бәйле, милли флагыбыҙҙы күтәреп сығыу, дәүләт гимны йырлау тыйылған.

Ярыштарҙа 95 илдән дүрт меңдән ашыу атлет ҡатнаша. Ете спорт төрөндәге 15 дисциплина ярыштарында барлығы 109 миҙал комплекты уйнатыласаҡ.

Башҡортостандан XXIV ҡышҡы Олимпия уйындарында 14 спортсы ҡатнаша. Улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова; “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Александр Кадейкин, биатлонсы Эдуард Латипов (запастағы спортсы - Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Автор:
Читайте нас