СПОРТ
24 Ғинуар 2022, 05:10

Ҡайҙа тормош ҡайнай? Әлбиттә, Вәзәмдә!

Унда быйма менән хоккей ярышы уҙҙы #Айыҡауыл2021

Ҡайҙа тормош ҡайнай? Әлбиттә, Вәзәмдә!Ҡайҙа тормош ҡайнай? Әлбиттә, Вәзәмдә!
Ҡайҙа тормош ҡайнай? Әлбиттә, Вәзәмдә!

Быйма менән хоккей ярышы уҙҙы бөгөн Бәләкәй Арыҫланғол ауылында.

Сәмле, ҡыҙыу үткән ярыш "Ауыл хакимиәте башлығы кубогына" ойошторолоп, оло йәштәге ир-егеттәр ҡатнашлығында үтте. 4 команда араһында көйәрмәндәр ҙә өҙгөләнеп уйнаусыларҙы күҙәтте. Бер командала ирҙәре уйнаһа, икенсеһендә йә улдары, йә ағай-кусты, кейәүҙәре йугереште. Ҡыҙыу, хис - тойғоларға бай булған быйма ярышы матур тамамланып, еңеүселәр ҙә билдәләнде.

"Иң яҡшы һөжүм итеүсе" тип 65 йәшлек Ислам Сурин, "Иң шәп һаҡсы" Теләүғолов Айтуған, "Иң шәп ҡапҡасы" тип Сурин Ғаян танылды. Командалар араһында Вәзәмдең "Арыҫландар" командаһы IV урында., "Әбеш ауылы" III урынды, Вәзәм ауылынан "Ыласындар" командаһы II урын, Вәзәмдең "Үҫәргән" командаһы I урынға сыкты!

Ауыл хакимиәте башлығы кубогы Вәзәмдәрҙә, "Үҫәргән" командаһында! Афарин, егеттәр! Бергә булайыҡ, сәләмәт һәм айыҡ тормошта йәшәйек,- тип таралышты ауыл халҡы сәмле ярыштан.


#Айыҡауыл2021

Автор: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

 

Автор:
Читайте нас