

“Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә, Таштуғайҙа балыҡсы көнө үтте.
Ҡыш көнө балыҡ тотоу айырыуса ҡыҙыҡлы. Был юлы ла, азартлы балыҡсылар көндөң һалҡынса булыуына ла ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлдәренә тотондо.
Ярыш сәмле барҙы. Былтырғы кеүек үк Урал Байрамғолов, Валера Чебанов һәм Юрий Липеев кеүек балыҡсылар әүҙем ҡатнашты.