СПОРТ
23 Января 2022, 07:15

Ауылдашын онотмайҙар

Әбүбәкер ауылында мәғариф отличнигы Сынбулатов Фәтих Ишмөхәмәт улының яҡты иҫтәлегенә арналған шахмат, шашка һәм саңғы ярыштары ойошторолдо.

Ауылдашын онотмайҙарАуылдашын онотмайҙар
Ауылдашын онотмайҙар

Әбүбәкер ауылында мәғариф отличнигы Сынбулатов Фәтих Ишмөхәмәт улының яҡты иҫтәлегенә арналған шахмат, шашка һәм саңғы ярыштары ойошторолдо.


Сараға Фәтих Ишмөхәмәт улының ҡатыны, балалары, ейәндәрҽ мҽенән һеңлеләре, туғандары килде. Тормош иптәшҽе Зилә Искәндәр ҡыҙы һәм һеңлеһе Фаҡиһа Ишмөхәмәт ҡыҙы уның тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Фәтих Ишмөхәмәт улы районда үткәрҽлгән шахмат, шашка, саңғы ярыштарында призлы урындар яулай. Ошо ярыштарҙа алған маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттарынан һәм гәзит биттәрҽндә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләренән торған күргәҙмә ойошторолдо.


Был спорт сараһына, саңғыла йөрөргә, шахмат, шашка уйындарын үҙ иткән өлкәндәр, йәштәр, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Сәмле ярыш, төрлө йәш категориялары буйынса үттҽ.
Килгән ауылдаштар ҡатнашыусылар өсөн янып-көйөп торҙолар. Бәйгеселәрҙең иң олоһона 70 йәш булһа, ә иң кесеһенә 3 йәш кенә ине. Байрамды ойоштороусылар саңғысыларҙы һәм көйәрмәндәрҙҽ ҡайнар самауыр сәйе менән һыйланы.


Гөлгөнә Фәтих ҡыҙы үҙенең махсус призын - күсмә кубокты был саңғы ярышында еңеүсе Рәсим Билаловҡа тапшырҙы.

 

Әбүбәкер мәҙәниәт йорто.

Ауылдашын онотмайҙар
Ауылдашын онотмайҙар
Ауылдашын онотмайҙар
Ауылдашын онотмайҙар
Ауылдашын онотмайҙар
Ауылдашын онотмайҙар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас