СПОРТ
20 Ғинуар 2022, 07:50

СӘЛӘМӘТЛЕКТӘРЕН ҠАЙҒЫРТЫП...

Первомайск ауылы халҡы программала ҡатнашып, тренажер алғандар...

СӘЛӘМӘТЛЕКТӘРЕН ҠАЙҒЫРТЫП...СӘЛӘМӘТЛЕКТӘРЕН ҠАЙҒЫРТЫП...
СӘЛӘМӘТЛЕКТӘРЕН ҠАЙҒЫРТЫП...

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау (ППМИ) - урындағы социаль проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы.

Хөкүмәт тарафынан иң уңышлы проект һайлап алына һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүленә.


Хәйбулла районы Первомайск ауылы ошо программаға ярашлы тренажерҙар, бильярд өҫтәле алған.

Уны мәктәпкә урынлаштырғандар. Хәҙер бында ололар ҙа, йәштәр ҙә спорт менән шөғөлләнә, сәләмәтлектәрен нығыта ала.


Әйткәндәй, районда программа эшләү дәүерендә 70-тән ашыу проект тормошҡа ашырылып, уға 40 миллион һум аҡса бүленгән. Хәйбуллалар быйыл да был программала әүҙем ҡатнашырға уйлай.

 

Автор:Резеда Валиева
 
 
Автор:
Читайте нас