

Италияның Антхольц ҡалаһында биатлон буйынса Донъя кубогының етенсе этабында ир-егеттәр араһында шәхси уҙыш тамамланды. Көсөргәнешле ярышта Башҡортостан биатлонсыһы Антон Бабиков еңеү яуланы!
Икенсе урынға Норвегия биатлонсыһы Тарья Бё эйә булды. Өсөнсө урында - Рәсәйҙән Кәрим Халили.
фото:Башинформ