

Һамар ауыл биләмәһендә “Сәләмәт тәндә—сәләмәт рух” тип аталған үҙенсәлекле флешмоб старт алған.
Эстафетаны 2 саҡрымға саңғыла йүгереп, Зариф Аҡсурин башлаған. Уның башланғысын Салауат Туғыҙбаев хуплап, ул да 2 саҡрымға саңғыла елдереп, эстафетаны Хәсән Таймасов ҡабул итеп алған һәм 4 саҡрым юл үткән. Артабан Лена Хөсәйенова эстафетаны дауам иткән.
Үҙенсәлекле флешмобты күҙәтеп барайыҡ. Эстафетаны артабан дауам итер?
#Трезвоесело2021
#Айыкауыл2021