СПОРТ
10 Ғинуар 2022, 14:29

12 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» йәнә уйнамай

*

12 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» йәнә уйнамай12 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» йәнә уйнамай
12 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» йәнә уйнамай

Лиганың даими чемпионатын уҙғарыу буйынса оператив кәңәшмәнән һуң, Континенталь хоккей лигаһы уны дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул итте, ләкин 12 ғинуарға билдәләнгән «Салауат Юлаев» - «Авангард» матчы булмаясаҡ.

Өфө клубында 20 уйынсыла, биш тренерҙа һәм команданың бер вәкилендә яңы коронавирус инфекцияһына ыңғай тестар теркәлгән.

«Билдәләнгән матчты һуңыраҡ уҙғарыу мөмкинлеге хаҡында лига өҫтәмә ҡарар ҡабул итә. 2022 йылдың 11 ғинуарында Лига Континенталь хоккей лигаһы клубтары менән даими чемпионаттың тамамланыу һәм плей-офф уҙғарыу сценарийҙары хаҡында кәңәшмә уҙғара», - тиелә Континенталь хоккей лигаһының рәсми белдереүендә.

Бынан алда Ригала һәм Хельсинкиҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҡатнашлығындағы уйындарҙың уҙғарылмауы хаҡында хәбәр иткәйнек.

 

 

фото:ХК «Салауат Юлаев» 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас