СПОРТ
9 Ғинуар 2022, 16:24

"Салауат Юлаев" хоккей клубында - коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтары

Сирлеләр һаны 26-ға барып еткән

"Салауат Юлаев" хоккей клубында - коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтары"Салауат Юлаев" хоккей клубында - коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтары
"Салауат Юлаев" хоккей клубында - коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтары

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, «Салауат Юлаев» хоккей клубында 26 хоккейсының коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә биргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс көн элек командала 9 сир йоҡтороу осрағы булғайны. Шуның арҡаһында Континенталь хоккей лигаһы «Салауат Юлаев»тың 8 ғинуарҙа Хельсинкиҙа үтергә тейешле «Йокерит» менән уйынын үткәрмәй.

4 ғинуарҙа Өфө командаһында өс уйынсыла коронавирус булды, ә 5 ғинуарҙа "Салауат Юлаев" Риганың «Динамо»һын (6:4) ҡабул итте.

Бөгөн Континенталь хоккей лигаһы команданың 14 уйынсыһында коронавирус асыҡланғандан һуң «Динамо»ның өс матчын үткәрмәне.

Шулай уҡ ЦСКА-ла коронавирус таралыуы теркәлгән. Бер көн алда Континенталь хоккей лигаһы чемпионатты туҡтата алыуы хаҡында иғлан иткәйне. Был мәсьәлә буйынса ҡарар алдағы аҙнала сығарыласаҡ.

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас