СПОРТ
9 Ғинуар 2022, 16:53

Рәхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы!

Улар конкурстан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм спортсы ғаиләһе хаҡында һөйләне.

Рәхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы!Рәхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы!

Бөгөн, 9 ғинуарҙа, Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында «Яңы йыл ғаилә уйындары-2022» республика фестиваленең муниципаль этабы уҙҙы. Унда Аҡъяр ауылынан Артур һәм Нәзирә Рәхмәтовтар һәм уның ҡыҙы Наҙгөл еңеү яуланы.

- Был конкурста икенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Былтыр ҙа, район этабында еңеүсе булып, Өфө ҡалаһында финал этабында ҡатнашып, призлы урын яулай алманыҡ. Быйыл йәнә уңышҡа ынтылабыҙ, - тип һөйләне Нәзирә Рәхмәтова. - Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнергә яраттым: йүгерҙем, саңғыла йөрөнөм. Бөгөн дә әүҙем тормош алып барырға тырышам. Тормош иптәшем Артур Айҙар улы Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләй, бокс буйынса секция алып бара. Шуға күрә балаларҙа ла спортҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ, улар сәләмәт, әүҙем булып үҫһен, сәғәттәр буйына телефон артында ултырмаһын өсөн. Өлкән улыбыҙ Илназ 10-сы класта уҡый, саңғы спорты менән мауыға. Спорт туризмы буйынса бик күп республика ярыштарында ҡатнашты. Ҡыҙым Наҙгөл 3-сө класта уҡый. Мәктәпкәсә йәштәге бала булараҡ, саңғы буйынса район ярыштарында ҡатнашты, шулай уҡ физик культура буйынса Ю.Гагарин исемендәге Кубокка республика олимпиадаһында ҡатнашты. Ә былтыр ул был олимпиадала призер булғайны. Кесе улым Ильяр балалар баҡсаһына йөрөй, уға 5 йәш, һәм беҙгә ҡарап, саңғыла йөрөргә өйрәнә. Ул да спортсы булыр, тип ышанабыҙ.

Артур һәм Нәзирә Рәхмәтовтар балаларҙың физкультура менән шөғөлләнеү теләген һәр саҡ хуплай, уларға төрлө спорт ярыштарына әҙерләнергә ярҙам итә. Эштән һәм уҡыуҙан буш ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә тырышалар, саф һауала йәйәү һәм саңғыла йөрөргә яраталар.

- Бөгөнгө конкурс уйындары беҙгә бик оҡшаны. Бындай саралар балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн йышыраҡ үткәрелһен ине! - тигән теләктәрен белдерҙе Рәхмәтовтар.

 

Рәхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы!
Автор:Ҡарлуғас Ишемғолова
Читайте нас