

Турнир хужалары Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен райондары командалары ҡабул итте. Сараны асыу тантанаһында спортсыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов йылы тәбрикләне һәм иң көслөләргә еңеүҙәр теләне.
Был көн яҡшы хоккей байрамына әүерелде, үҙ командаһына ярҙам итергә ошо спорт төрөн һөйөүселәр йыйылды һәм, ярыштарға килгәс, улар тамашанан ҙур ләззәт алды, сөнки һәр уйын көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы көрәштә, көтөлмәгән һөҙөмтәләр менән үтте.
Һөҙөмтәлә Баймаҡ районы командаһы еңелеүҙәрһеҙ уйнап, Кубок яуланы. Көмөш призерҙарға Күгәрсен районы хоккейсылары сыҡты, ә хәйбуллалар, баймаҡтар менән хәл иткес осрашыуҙа еңелеп, өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде.