СПОРТ
6 Ғинуар 2022, 05:08

Уҙған йылда Айгиз еңеүҙәре менән ҡыуандырҙы

Ул “Алан” ҡушаматлы саптарында 1-се урынға лайыҡ булды! 

Уҙған йылда Айгиз еңеүҙәре менән ҡыуандырҙыУҙған йылда Айгиз еңеүҙәре менән ҡыуандырҙы
Уҙған йылда Айгиз еңеүҙәре менән ҡыуандырҙы

Уҙған йылда Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының 7-се этабы үтте. Ә февралдә район сабыштарында 6 һыбайлы киләһе этапҡа үткәйне – Айгиз, Айнур һәм Илшат Тазетдиновтар, Илфат Мәмбәтов, Владимир Матвеев һәм Илсур Рамаҙанов.

Республиканың биш райондары араһында уҙғарылған ярыштарҙа “Алан” ҡушаматлы саптарында Айгиз Тазетдинов 1-се урынға лайыҡ булды! 

Әйткәндәй, Айгиз был турнирҙа өсөнсө тапҡыр ҡатнаша, уҙған йылда икенсе урынды яулағайны.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас