СПОРТ
6 Ғинуар 2022, 17:19

Хәйбулла көрәшселәре һынатмай!

Әбеш һәм Яңы Ергән ауылдары  спортсылары еңеү яуланы

Хәйбулла көрәшселәре һынатмай!Хәйбулла көрәшселәре һынатмай!
Хәйбулла көрәшселәре һынатмай!

Былтырғы йылда төрлө өлкәләрҙә еңеүҙәр күп булды. Мәҫәлән,  Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса традицион асыҡ турнирында 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Яңы Ергәндән Никита Сабин һәр бер алыштарҙа еңеү яулап, лайыҡлы рәүештә 1-се урын яуланы.

Ә 70 килограмға тиклем категорияла Әбеш егете Ғәли Торошев 3-сө урынға күтәрелде.

Афарин! Спортсыларҙың тренеры Зиннур Әминевҡа һәм беҙҙең көрәшселәргә яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас