СПОРТ
6 Ғинуар 2022, 13:23

Башҡортостан биатлонсыһы коронавирус йоҡторған

Эдуард Латипов команданан ваҡытлыса ситләтелгән

Башҡортостан биатлонсыһы коронавирус йоҡторғанБашҡортостан биатлонсыһы коронавирус йоҡторған
Башҡортостан биатлонсыһы коронавирус йоҡторған

Башҡортостан биатлонсыһы һәм Рәсәй йыйылма командаһы лидеры Эдуард Латипов ковидҡа ыңғай тест тапшырҙы. Спортсы команданан ваҡытлыса ситләтелгән, тип хәбәр итә Рәсәй биатлонсылар союзының матбуғат хеҙмәте.

«Эдуард үҙен һәйбәт тоя, ауырыуҙың билдәләре юҡ. Уға тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ», - тиелә Рәсәй биатлонсылар союзының рәсми сайтында.

Быйылғы миҙгелдә Эдуард Латипов Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә бишенсе урынды (336 мәрәй) биләй. Уның иҫәбендә - шәхси ярыштарҙа ике көмөш миҙал һәм эстафеталарҙа ике бронза награда.

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас