СПОРТ
25 Декабрь 2021, 09:54

Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты

*

Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынаштыЙәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты
Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты

Йәнтҽш мәҙәниәт йортонда уҡтан атыу оҫталыҡ дәрҽсҽ һәм бәйгҽһҽ уҙғарылды.
Уҡтан атыу элек халбыҙҙа һунарға йөрөү, яуға барыу ҡоралы булһа, хәҙер беҙҙең өсөн УҠТАН АТЫУ – ул спорттың бер төрө.

Уҡ атыу күңел асыу сараһы ғына түгел, ә милләтте рухи тәрбиәләү, үҫеп килгән быуында үҙ милләтенә, тыуған иленә, тарихына ҡарата һө­йөү уятыу, милли йола­ларҙы тер­ге­ҙеү йәһәтенән етди әмәл. Һәр хәлдә, милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шө­ғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡ­тарын камиллаштырыу, уҡ-һаҙаҡ­тың традицион алымдарын өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йә­һә­тенән ҙур уңыштарға өлгә­шелде, тип ышаныслы әйтергә була..

Тарихы­быҙ­ға күҙ һалғанда, әле X быуат­тарҙа уҡ башҡорттарҙың уҡ-һаҙаҡ, һөң­гө, ҡылыс менән ҡорал­ланған ике меңдән торған һыбайлы ғәскәре Хазар ҡағанаты армия­һында ил сиген һаҡлаған, 1229 йылдарҙа Алтын Урҙаның утыҙ меңләгән ғәскәренә ҡар­шы арыҫ­ландай һуғышып, сиреү­ҙең ҡанаты аҫтында ҡалырға яҙһа ла, Уралын баҫып алырға бирмәгән, Ливон һуғышын, рус-поляк, Ҡырым, рус-швед, рус-төрөк һу­ғыштарын, Хиуа, Азов походтарын, 1812 йыл­ғы Ватан һуғы­шында ат өҫтөндә уҡ-һаҙаҡ менән ҡорал­ланған баш­ҡорттарҙың бе­ренсе­ләрҙән булып Парижды бәреп инеп яулап алғанын, Крәҫтиәндәр, Бөйөк Ватан һуғыш­та­рында илба­ҫарҙар­ҙың пулемет, танкыларына ҡаршы уҡ яуҙырған, ҡылыс менән ҡаршы һыбай сапҡан ҡаһарман олатай­ҙарыбыҙҙы оно­тор­лоҡмо ни?!

Ә бөгөн беҙ “Мәргән уҡсы” ярышы, байрамы менән ошо баш­ҡорт яугирҙә­ренең хәтерен яңырт­тыҡ. 


Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты
Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты
Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты
Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты
Йәнтештәр уҡ атыуҙа көс һынашты
Автор:Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас