

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисының республиканың баш ҡалаһында хоккей буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу тураһында тәҡдименә яуап биреп, Рәсәй президенты Владимир Путин: «Өфө, һис шикһеҙ, иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара ярыштар уҙғара ала. Беҙ ошо тәҡдим хаҡында уйларбыҙ», - тине. Президент «Салауат Юлаев» хоккей клубын яҡшы команда тип атаны.
«“Салауат Юлаев“ Һис шикһеҙ, бик яҡшы команда, иң юғары сифатлы. Ә донъя чемпионаты иҫәбенә әлегә яуап бирергә әҙер түгелмен. Был беҙҙән генә түгел, Халыҡ-ара хоккей федерацияһынан да тора», - тип өҫтәне ул.
Бынан алда президент Башҡортостандың баш ҡалаһын 2024 йылда 450 йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә финанслау тураһында һорауға яуап бирҙе.
фото:kremlin.ru