

Балалар һәм ололар өсөн дә саф һауала йөрөү сынығыуҙың иң яҡшы сараһы.
Төрлө яңы йыл уттары менән үҙенә саҡырып торған Аҡъяр ауылының Балалар спорт мәктәбе янындағы каток – төрлө йәштәге балаларҙың яратҡан ял урыны.
Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, каток спорт һәм сәләмәт тормош һөйөүселәрҙе ҡабул итергә әҙер.
Әйҙәгеҙ, киттек, коньки шыуырға!