

Бүребай ауылының хоккей майҙансығында хоккей турниры үтте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле бер сәбәптәр менән (эш, уҡыу, армия) был уйында ҡатнашыусыларҙың күбеһе килә алманы.
Әммә уйын ойошторолдо һәм бик ҡыҙыҡ барҙы. Аҡъяр, Бүребай, Садовый һәм Татыр-Үҙәк ауылдары вәкилдәре ике командаға бүленеп, хоккей миҙгелен астылар. Һөҙөмтәлә Татыр-Үҙәк ауылы командаһы 9:7 иҫәбе менән еңеү яуланылар.
Хоккей турнирында иң яҡшы ҡапҡасы—Матвей Хаблаков, иң яҡшы һаҡлаусы—Салауат Илбактин, иң яҡшы уйынсы тип Данил Теләүғолов билдәләнде.