СПОРТ
13 Декабрь 2021, 16:04

Байыҡтырыу фабрикаһы спортсылары иң көслөһө!

“Башҡорт баҡыры” предприятиеһында беренсе вахтала эшләгән хеҙмәткәрҙәр араһында волейбол турниры үтте #Башмедь #УГМК

Байыҡтырыу фабрикаһы спортсылары иң көслөһө!Байыҡтырыу фабрикаһы спортсылары иң көслөһө!
Байыҡтырыу фабрикаһы спортсылары иң көслөһө!

Ике көн дауамында, эш сменаһынан һуң, спортсылар Матрай мәҙәниәт йортоноң  волейбол майҙанында волейбол уйнаны.

Беренсе көндө лидерҙар билдәләнһә, икенсе көнө финал уйындар үтте.

5-се урынды Юбилей ер аҫты руднигы волейболсылары алды. 4-се урында ЭТВС командаһы. 3-се урында АТЦ һәм ОГР берләштерелгән командалары.

 Ә маркшейдер бүлеге һәм байыҡтырыу фабрикаһы спортсылары бөтә турнир буйынса еңеү сәме менән янды. Шулай ҙа байыҡтырыу фабрикаһы командаһы иң көслөһө булып сыҡты.

Бөтә спортсылар грамота, миҙал һәм кубоктар менән билдәләнде. Икенсе вахта командалары 21 һәм 23 декабрҙә волейбол майҙансығына сыға.


#Башмедь #УГМК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас