

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостан биатлонсыларын еңеүҙәре менән ҡотланы.
Норвегияла IBU кубогында Антон Бабиков икенсегә алтын яуланы. Ә Донъя кубогында Эдуард Латипов Рәсәй йыйылмаһы составында Сәид Хәлили, Даниил Серохвостов һәм Александр Логинов менән бергә эстафетала бронза миҙал яуланы.
"Иҫ киткес эстафета һәм, бер өҫтәмә штраф булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй биатлонсылары өсөн Донъя кубогының тәүге миҙалы! Спортсыларыбыҙ һәм уларҙың тренерҙары ҙур афарин! Уңыштар һәм еңеүҙәр!», - тип теләне Радий Хәбиров.
фото:Башинформ.