СПОРТ
25 Октябрь 2021, 15:18

Барыһын да шахмат тупланы

*

Барыһын да шахмат тупланыБарыһын да шахмат тупланы
Барыһын да шахмат тупланы

Рәсәйҙең Шахмат федерацияһы һәм Елена менән Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған “Музейҙарҙа шахмат” программаһына ярашлы ойошторолған Рәсәй чемпионаттары суперфиналдары ваҡытында, ғәҙәттәгесә, социаль программа көнө үткәрелде.

Шулай итеп, 15 октябрҙә Өфөлә бер нисә сара ойошторолдо һәм уларҙа яҡынса 50 кеше ҡатнашты. Беренсе сеанс М. Нестеров исемен­дәге Башҡортостан дәүләт художество музейында бил­дәле гроссмейстер, тренер, комментатор Сергей Шипов ҡатнашлығында булды. Уның менән республика инвалид балалары өсөн дистанцияла белем алыу үҙәгенең Стәр­летамаҡ бүлексәһенән һәм Стәрлетамаҡтағы ишетмәгән балалар өсөн коррекция мәктәп-интернаттан туғыҙ тәрбиәләнеүсе, уларҙың педагогтары уйнаны. Сеанстан һуң барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа ойоштороусыларҙан, парт­нерҙарҙан бүләк алды. Музей директоры Айрат Тереғолов Сергей Шиповҡа художестволы альбом тапшырҙы. Баш­ҡортостандың Шахмат фе­дерацияһы президенты Филүс Ишбулатов ойошто­роусыларға бүләктәр бирҙе.

Ошо уҡ көндә “Баш­ҡорт­остан Лайфстайл” үҙәгендә республиканың төрлө ҡала-райондарынан балаларҙың бер юлы 38 таҡтала грос­смейстерҙар һәм коммен­таторҙар Евгений Мирошниченко, Александр Шиманов менән уйын сеанстары ойошторолдо. Сеансерҙар барлыҡ партияларҙа ла еңде, был көн береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.

Ошонда уҡ балалар блиц-турниры үткәрелде. Унда иһә республика ҡалаларынан һәм райондарынан 35 бала үҙ көсөн һынаны. Ете мәрәйҙән алтауҙы Даниил Никифоров менән Самат Мөхтәров яуланы. Өҫтәмә яҡшы күрһәт­кестәр Даниилды беренсе урынға сығарҙы. Артем Мәҡсүтов егеттәрҙән ярты мәрәйгә генә артта ҡалды. Ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә Елизавета Соколова өлгәште. Сарала ҡатна­шыусыларға Өфө буйлап экскурсия ла тәҡдим ителде.

Әйткәндәй, 18 октябрҙә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында шахмат буйынса Рәсәй чемпионаттары суперфиналдарының туғы­ҙынсы туры уҙғарылды. Асыҡ турнирҙа Павел Понкратов үҙенең беренсе еңеүен яуланы. Ул Максим Чигаевты еңде. Владимир Федосеев Александра Горячкина менән артыҡ әүҙем уйнаманы һәм үҙенең позицияһын насарайтты. Ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнә килгәндә, Марина Гусева ике тапҡыр рәттән еңеү яуланы. Алина Бивол менән Алина Кашлинская дуэтында һуңғы­һы беренсе урынға сыҡты.

 

 

 

 

 

 

- Айһылыу НИЗАМОВА

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-10-22/bary-yn-da-shahmat-tuplany-2557090

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас