

Баш ҡалабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында шахмат буйынса Рәсәй чемпионаттары суперфиналдары уҙҙы. Асыҡ турнирҙың һуңғы 11-се турында Владимир Федосеев Павел Понкратовтан еңелде. Максим Чигаев – Кирилл Алексеенко, Александра Горячкина – Дмитрий Андрейкин, Александр Предке – Александр Мотылев, Александр Рахманов – Никита Витюгов һәм Андрей Есипенко – Максим Матлаков партиялары бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланды.
Гроссмейстер Никита Витюгов ете мәрәй тупланы һәм үҙ карьераһында беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы тип танылды. Көмөш миҙалды Максим Матлаков яулаһа, өсөнсө урынға Владимир Федосеев сыҡты. Уларҙы республиканың спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов һәм Рәсәй Шашка федерацияһы рәйесе урынбаҫары Александр Ткачев ҡотланы, наградалар тапшырҙы.
Фото: Этери Кублашвили.