

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов бөгөн Бүребай егете, яҡташыбыҙ Динар Саниев менән осрашты.
Был турала ул Бәйләнештә төркөмөндәге шәхси сәхифәһендә яҙа.
“Динар ҡатнаш көрәш көрәш төрө менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының физик культура, идаралыҡ һәм сервис колледжында уҡыған саҡта шөғөлләнә башлай. Бөгөн ул Приморск ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә контракт буйынса хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта Уссурийск ҡалаһында “Александр Невский” спорт клубында шөғөлләнә. Әле отпускыла булараҡ, Аҡъярҙа һәм Бүребайҙа оҫталыҡ кластары һәм күнекмәләр үткәрә. Хәйбулланың йәш спортсылары Динарҙан үҙенсәлекле алымдар өйрәнәләр.
Динар Саниев артабан да ҡатнаш көрәш сәнғәтен дауам итергә уйлай. Ә беҙ иһә тыуған яғын данлаған йәш хәйбуллалар менән ғорурланабыҙ, уларҙың уңыштарына ҡыуанабыҙ. Йәш спортсыға яңы еңеүҙәр һәм үҙ маҡсатына ирешеүен теләйбеҙ”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.