СПОРТ
18 Октябрь 2021, 10:46

Шәп шахматсылар бар “Һаҡмар”ҙа

Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре араһында шахмат буйынса Нәйлә Өмөтбаева иҫтәлегә уҙғарылған турнирҙа Хәйбулла районының “Һаҡмар” шифаханаһы командаһы беренсе урын яулаған. Ҡотлайбыҙ!

Шәп шахматсылар бар “Һаҡмар”ҙаШәп шахматсылар бар “Һаҡмар”ҙа
Шәп шахматсылар бар “Һаҡмар”ҙа

Турнирҙа республиканың 15 медицина ойошмаһы командаһы көс һынашҡан. Ярышта шифахана ғына түгел, район намыҫын “Һаҡмар” санаторийының баш табибы Тәлғәт Рәхмәтуллин, маркетинг буйынса белгес Рәзинә Фазлыева яҡлаған һәм еңеүгә өлгәшкән.

Шахматсыларҙы ҡотлайбыҙ! Киләсәктә яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Автор:"Атайсал" гәзите
Читайте нас