

Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә 2021 йылға күмәк спорт һәм физкультура-һауыҡтырыу саралары планына, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмегенең саңғы-роллер трассаһында “Көҙ буяуҙары” икенсе асыҡ саңғы-роллер ярышы уҙғарылды.
Унда Белорет, Өфө, Туймазы, Межгорье ҡалаларынан 46 спортсы ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар ярышты хәүефһеҙ һәм сифатлы үткәреү өсөн мөмкин булғандың барыһын эшләне – трассаларҙы тәртипкә килтерҙе, судьялар һәм ирекмәндәр әҙерләне. Ярыш тамамланғас, еңеүселәргә иҫтәлекле миҙалдар, башҡа бүләктәр тапшырылды.
“Уҙыш бик көсөргәнешле булды. Судьяларҙың эшенә тейешле баһа бирергә кәрәк, улар көйлө эшләне, бер генә етди иҫкәрмә лә булманы. Был көндә барыһының да кәйефе күтәренке ине”, – тине Межгорье хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге секторы мөдире Олег Мартиросян.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан