СПОРТ
5 Октябрь 2021, 18:36

Сәләмәт булып, саф һауала йөрөүгә ни етә?

Әбүбәкерҙәр скандинавса йөрөү менән әүҙем шөғөлләнә

Сәләмәт булып, саф һауала йөрөүгә ни етә?Сәләмәт булып, саф һауала йөрөүгә ни етә?
Сәләмәт булып, саф һауала йөрөүгә ни етә?

Әбүбәкерҙәр араһында скандинавса йөрөү кеүек спорт төрө популярлыҡ ала бара.

Йәштәр генә түгел, оло быуын да йөрөргә ярата. Бергәләп скандинав таяҡтарын тотоп,  йөрөргә сығалар.  Уларға ҡарап, һәр йәштә лә үҙ сәләмәтлегеңә яуаплы ҡарарға була тигән фекергә киләһең.

Ауыл урамдары буйлап скандинавса үтеү бер-ике сәғәт ваҡытты алалыр.  Ә файҙаһы күпме?  Һаулыҡҡа ла файҙа, бергәләп ваҡытты файҙалы үткәреүҙән кәйеф тә шәп!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас