СПОРТ
25 Август 2021, 16:10

Донъя чемпионаты тамам

Илебеҙ, республикабыҙ спортсылары нисек сығыш яһаны?

Донъя чемпионаты тамамДонъя чемпионаты тамам
Донъя чемпионаты тамам

Юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса иң көслөләр ике йылға яҡын асыҡланмағайны. Был – ошо йәштәге спортсылар өсөн бик ҙур ваҡыт арауығы, шуға улар Өфөлә үткәрелгән спорт сараһын бик көтөп алды. Берләштерелгән көрәш донъяһы (UWW) өсөн ошондай ҙур турнирҙарҙың төрлө дәүләттәрҙең баш ҡалаларында йәки көрәште яратҡан, был спорт төрө буйынса йолалары көслө булған биләмәләрҙә үткәрелеүе мөһим. Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында көрәште үҫтереү буйынса программаның тормошҡа ашырылыуы был сараны ойоштороу өсөн ғаризаны биргәндә төп дәлилгә әйләнгән.

 

“Өфөлә – иң яҡшы ойоштороу...”

 

Белеүебеҙсә, көрәш – илебеҙҙә генә түгел, Башҡортостанда ла ҙур танылыу яулаған спорт төрҙәренең береһе, шуға күрә юниорҙар араһындағы көрәш буйынса донъя чемпионатының Өфөлә үткәрелеүенә спортсылар, тренерҙар, спорт һөйөүселәр һәм көйәрмәндәр ҙә ҡыуанды. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: сараны үткәргәндә коронавирус инфекцияһына ҡаршы барлыҡ талаптар ҙа үтәлде. Көрәшселәргә лә үҙ оҫталығын күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла үткәрелде. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа булды, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20 – 22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар уҙғарылды. Шулай итеп, 13 августан алып Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.

Әйткәндәй, Мәскәүҙән грэпплинг буйынса тренер Андрей Столяров Өфөлә барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашҡайны.

– Йыйылма команданың һөҙөмтә­лә­ренән ҡәнәғәтбеҙ, дәғүәселәребеҙ ҙә яҡшы әҙерләнгәйне. Ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ лайыҡлы сығыш яһаны, – тип һөйләне Рәсәй спортсылары хаҡында Сергей Столяров. – Ярыштар планы бар ине, әммә ҡайһы бер ваҡытта ул бөтөнләй кәрәкмәй, эшкә импровизация ҡушыла. Әле  беҙгә күп нәмә өҫтөндә эшләргә кәрәк, әммә, дөйөм алғанда, айырым мәсьәләләр тормошҡа ашырылған. Үҙ өҫтөңдә эшләү, алға ынтылыш, хеҙмәт, үҙ илең өсөн сығыш яһарға теләү, әлбиттә, Рәсәй йыйылма командаһының уңышы.

Ул шулай уҡ башҡорт спортсы­ларының донъя чемпионатында яҡшы эшләүе, үҙҙәрен ҡунаҡсыл ҡабул итеүҙәре хаҡында белдерҙе.

– Өфөлә, моғайын, иң яҡшы ойоштороу кимәле һәм иң яҡшы залдыр, – тигән фекерҙә тренер донъя чемпионаты хаҡында. – Ойоштороу­сыларға һәм судьялар коллегияһына рәхмәт әйтергә генә ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 13-14 августа грэпплинг һәм грэпплинг-ги буйынса ярыштарҙа Рәсәй командаһы 39 алтын, 24 көмөш һәм 23 бронза миҙал яуланы.

 

Ҡатын-ҡыҙ ҙа, ир-ат та көрәште

 

18 августа Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты һәм Олимпия уйындары чемпионы Михаил Мамиашвили РУСАДА менән килешеү төҙөнө. Допингка ҡаршы агентлыҡ яғынан генераль директор вазифаһын башҡарыусы Михаил Бурханов ҡул ҡуйҙы.

Федерацияның матбуғат хеҙмә­тендә хәбәр итеүҙәренсә, документҡа Өфөлә барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты сиктәрендә ҡул ҡуйылған.

“Килешеү Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә спорт көрәшендә допингка ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоуға юл ҡуймау буйынса берлектә саралар үткәреү программаһын күҙаллай. Уға Рәсәйҙең Спорт көрәше федерация­һының допингка ҡаршы эшмәкәрлеген ойоштороу, тест тапшырыу, тикше­реүҙәр һәм терапевтик йәһәттән файҙаланыу хоҡуғы тураһында ентекле аңлатыуҙар ҡарай”, – тип белдергәндәр Федерацияла.

Ошо уҡ көндә “Өфө-Арена”ла юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Рәсәйҙән 61 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында – Федор Балтуев, 86 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында – Ислам Картоев, 125 килограмға тиклемгеләр ара­һында Андрей Бестаев бронза миҙал яуланы. Рәсәйҙең ирекле көрәш буйынса йыйылма командаһы составында иһә Рамазан Баһауетдинов (57), Фёдор Балтуев (61), Шамил Мамедов (65), Станислав Свинобоев (70), Идар Хатанов (74), Алик Бадтиев (79), Ислам Картоев (86), Иван Кириллов (92), Сослан Джагаев (97) һәм Андрей Бестаев (125 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы) бар ине.

19 августа Рәсәй спортсыһы Анастасия Сидельникова Өфөлә үткә­релгән юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпио­натының ҡатын-ҡыҙ көрәше еңеүсеһе тип танылды. Ул финал ярыштарында 59 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Беларусь Республи­каһы спортсыһы Арина Мартынова менән осрашты һәм 24:14 иҫәбе менән еңде. Рәсәй йыйылма командаһынан Елизавета Петлякова юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә көмөш миҙал яуланы.

Ошо уҡ көндө спортсыбыҙ Алина Касабиева 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында АҠШ-тан Корина Блейдсты еңде һәм финалға сыҡты. Әйткәндәй, Алина Касабиева – Симферополдән. Ул быйыл 28 июндән 4 июлгә тиклем Германиялағы Дортмундта 21 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында үткәрелгән Европа беренселегендә ҡатын-ҡыҙ көрәшендә беренселекте яулағайны. Финал ярыштарында спортсы Һиндостандан Дэви Санжу менән көс һынашты.

“Өфө-Арена”ла юниорҙар араһын­дағы донъя чемпионатының Олим­пияға ҡараған спорт көрәше төрҙәре буйынса ярыштарының бишенсе көнөндә, 20 августа, Рәсәй командаһы бер алтын һәм ике бронза миҙал яуланы. 72 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Кеннеди Блэйдс (АҠШ) – беренсе, Лили Шнайдер (Германия) – икенсе, Мәрйәм Гусейнова (Рәсәй) һәм Даниэла Ткачук (Польша) өсөнсө урынға сыҡты. Шуныһы үкенесле: бронза миҙал өсөн ярыштарҙа Мәрйәм Гусейнова менән көс һынашҡан Санех Санех (Һиндостан) йәрәхәтләнде һәм артабан сарала ҡатнаша алманы.

Рәсәй йыйылма командаһынан 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Алина Касабиева – алтын, 53 килограмға тиклемге ауырлыҡта Чойгана Тумат һәм 72 килограмға тиклемге ауырлыҡта Мәрйәм Гусейнова бронза миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙ көрәше буйынса миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе буйынса АҠШ командаһына – беренсе, Рәсәй командаһына – икенсе, Һиндостан командаһына өсөнсө урын бирелде.

 

Яҡташтарыбыҙ ике алтын миҙал яуланы!

 

Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Павел Белкин (55 килограмға тиклем), Денислам Баматов (60 килограмға тиклем), Сәйед-Хөсәйен Бакаев (63 килограмға тиклем), Имодаев Мөслим (67 килограмға тиклем), Евгений Байдусов (72 килограмға тиклем), Әмерхан Цечоев (82 килограмға тиклем), Адлан Амриев (87 килограмға тиклем), Алексей Милешин (97 килограмға тиклем), Армен Челокян (130 килограмға тиклем) үҙ көсөн һынаны.

Әйткәндәй, илебеҙҙең спорт көрәше буйынса чемпионаттарҙы үткәргәне бар, тик бына юниорҙар араһында был сара беҙҙә беренсе тапҡыр ойошторолдо. Рәсәйҙән 33 спортсы ирекле көрәш, ҡатын-ҡыҙ, грек-рим көрәше буйынса ҡатнашты. Илебеҙҙә ҙур ярыштарҙа миҙал яулаған көрәшселәр күп ине. Күптән түгел Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарында ла улар һынатманы: һигеҙ миҙалға – дүрт алтын һәм дүрт бронзаға – лайыҡ булдылар.

Йәштәр ҙә бирешмәй: 2018 йылда үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә 23 миҙалға (һигеҙ алтын, өс көмөш, 12 бронза) лайыҡ булғайнылар. 2019 йылда ойошторолған был сарала 20 миҙал (алты алтын, алты көмөш, һигеҙ бронза) яуланылар. Шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәй йыйылма командаһы составында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған ике спортсы булды. Сәйед-Хөсәйен Бакаев чемпионатта Рәсәй, Башҡортостан һәм Белорет намыҫын яҡланы. Уның һөйләүенсә, спорт залына беренсе тапҡыр биш йәшендә килгән. Шул ваҡыттан алып – спортта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Сәйед-Хөсәйен Бакаев – грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Ул Рәсәйҙең Йәштәр спартакиадаһында еңгән, Рәсәйҙең юниорҙар беренселегендә, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡҡан. Сәйед-Хөсәйен Бакаев Белорет районы һәм ҡалаһының Спорт көрәше буйынса спорт мәктәбендә күнек­мәләр үткәргән. Тренерҙары – Владимир Коробов һәм Илдар Ғилманов.

 Сәйед-Хөсәйен Бакаев ярымфиналда 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Румыния спортсыһы Мануэл Стойкка беренселекте бирмәгәйне. 21 августа үткәрелгән финалда Грузия көрәшсеһе Диего Чхиквадзе менән осрашты һәм 10:0 иҫәбе менән еңде! Шулай итеп, ул алтын миҙал яуланы!

Был көндә “Өфө-Арена”ла республика Башлығы Радий Хәбиров юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренселекте яулаған Сәйед-Хөсәйен Бакаевҡа алтын миҙал тапшырҙы.

21 августа ошондай уҡ алтын миҙалға – беренсе урынға 87 кило­грамға тиклемге ауырлыҡ категория­һында Адлан Амриев, 77 килограмға тиклемге ауырлыҡта Ислам Алиев лайыҡ булды. Республикабыҙ исеме­нән сығыш яһаған икенсе спортсы Адлан Амриев – Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. 2021 йылда Рәсәйҙең йәштәр спарта­киадаһында, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа, Волга буйы федераль округы турнирында еңеүсе тип танылды.

Былтыр Адлан Амриев Рәсәй юниорҙар турнирында көмөш миҙал яулағайны. Ул Өфөләге Спорт әҙер­леге буйынса Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Тренерҙары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев, Геннадий Сырцев, Баһауетдин Хакиев.

Адландың хәтерләүенсә, башта ата-әсәһе уның көрәш менән шөғөлләнеүенә ҡаршы булған, улар улдарының ваҡытын күберәк уҡыуға бүлеүен теләгән. Тик Адлан был спорт төрөнөң белем алыуға бер нисек тә ҡамасауламауын, киреһенсә, тәртипкә өйрәтеүен иҫбатлаған.

Шуны билдәләргә кәрәк: Адлан Амриев – танылған көрәшсе Муса Евлоевтың ауылдашы. Белеүебеҙсә, ул – Ингушетиянан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: грек-рим стилендәге көрәшсе Муса Евлоев Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яуланы. Өфөлә барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса чемпионаттың финал ярыштарында Адлан Амриев 87 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Голландия спортсыһы Тайрон Стеркенбург менән көс һынашты һәм 5:1 иҫәбе менән еңде. Адлан ярымфиналда Төркиә көрәшсеһе Танселу Ортучуны еңгәйне.

Әйткәндәй, Адландың ҡустыһы Алан да спорт менән ныҡлап шөғөлләнә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һайлау турҙарын үтә һәм илебеҙҙең йыйылма командаһына эләгә алманы. Алан – спорт мастеры, Рәсәй йәштәр спартакиадаһы еңеү­сеһе, Рәсәй юниорҙар беренсе­легендә һәм Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Ул Башҡортостанда 2017 йылдан алып шөғөлләнә. Ә ағаһы Адлан бер йыл алдан Өфөгә килгән. Хәҙер егеттәрҙең ата-әсәһе улдары­ның көрәш менән шөғөлләнеүенә шат. Ағалы-ҡустылы спортсылар, ғәзиз кешеләре борсолмаһын өсөн, ярыштарҙан һуң ғына сығыштары хаҡында һөйләргә ғәҙәтләнгән икән.

21 августа Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Өфө-Арена”ла барған спорт көрәше буйынса юниорҙар донъя чемпионатына бәйле түбәндәге фекерҙәрен дә яҙғайны: “Миңә йыш ҡына: “Ни өсөн һин уны эшләйһең, төрлө чемпионаттар үткәрәһең? Ниңә быға аҡса, ваҡыт, энергия сарыф итәһең?..” – тип әйтәләр. Ә мин донъя йәки Рәсәй чемпионаты кеүек ярыштарҙан һуң йөҙәрләгән малай һәм ҡыҙ, көслө спортсыларға ҡарап, спорт залдарына барыр һәм спорт менән шөғөлләнә башлар, тип уйлайым. Һәм, әлбиттә, һәр ваҡыт башҡорт спортсыларының республикабыҙға һәм Рәсәйгә юғары сифатлы миҙалдар килтереүен теләр инем. Һәм бөгөн мин бәхетлемен! Көрәшселәребеҙ Адлан Амриев һәм Сәйед-Хөсәйен Бакаев Рәсәйгә һәм Башҡортостанға донъя чемпиона­тының алтын миҙалдарын килтерҙе! Дөрөҫөн әйтәм: хыялым бар – беҙҙең башҡорт көрәшселәренең Олимпия уйындарының алтын миҙалдарын яулауын теләйем. Эшләгәнеңә ыша­нырға, ныҡыш һәм сәмсел булырға кәрәк. Һөҙөмтәлә  барыһы ла килеп сығасаҡ!”

 

Чечнянан – Өфөгә

 

Һәр спорт сараһында көйәрмәндәр күп була. Әммә тыуған республикаһы спортсыларының төрлө төбәктәрҙәге һәр сығышын барып, күреп, улар өсөн көйгән-борсолғандар һирәгерәк. Чечен Республикаһының “Наурская” ста­ница­һынан Пайзулла Умаров – тап шундайҙарҙан. Ул чечен көрәшсе­ләренең Өфөләге сығышын ҡарарға дүртенсе тапҡыр килгән.

Совет осоронда Пайзулла Умаров Төньяҡ Осетия һәм Украина йыйылма командалары спортсыларын донъя чемпионаттарына әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Ә үҙенең тыуған респуб­ликаһында тренер булып эшләүенә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. “Был – ауыр, әммә изге эш, тип иҫәпләйем. Балалар биш йәшенән ошо спорт төрө менән шөғөлләнергә килә. Уларға Рәсәй, Европа чемпиондары булырға ярҙам итәм. Тимәк, файҙалы эш атҡарам: тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итәм”, – ти СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры. Ул үҙенең Өфөлә дүртенсе тапҡыр булыуы, бында изге күңелле кешеләр­ҙең йәшәүе, ҡунаҡтарҙы һәр саҡ йылы ҡабул итеүҙәре хаҡында белдерҙе.

 

Өс йылдан һуң был исемдәр Парижда яңғыраясаҡ

 

22 августа “Өфө-Арена”ла юниор­ҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының финал ярыштары үткәрелде. Грек-рим көрәше буйынса алыштарҙа илебеҙ спортсыларынан Динислам Бамматов 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Ирандан Саид Эсмаили Леивесины 7:3 иҫәбе менән еңде. 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Рәсәй йыйылма командаһынан Мөслим Имадаев бронза миҙалға лайыҡ булды, ул Франциянан Гагик Снджоянды 9:0 иҫәбе менән еңде.

Илебеҙ көрәшсеһе Евгений Байдусов та беренселекте яуланы. Ул Грузиянан Георгий Чхиквадзе менән беренселек өсөн алышҡайны. Әйткәндәй, был спортсы, Рәсәй йыйылма командаһы составында Түбәнге Новгород өсөн сығыш яһаһа ла, сығышы менән – беҙгә күрше Ырымбур өлкәһенән. 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында шулай уҡ Венгриянан Аттила Тоэсмаги бронза миҙал яуланы.

97 килограмға тиклемге ауырлыҡта Алексей Милешиндың Беларусь Республикаһынан Павел Глинчук менән алтын миҙал өсөн көрәше баш ҡалабыҙҙа барған донъя чемпио­натының һуңғы алышы булды. Сығышы менән Хабаровск крайынан булған егеттең дә алтын миҙал яулауын түҙемһеҙләнеп көттөк. Тик уңыш спортсыбыҙға йылмайманы: алтын миҙалды Павел Глинчук яуланы, Алексей Милешинға көмөш миҙал тәтене.

Шулай итеп, 22 августа, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөндә, көрәшселәребеҙ спортсы­ларҙы, тренерҙарын, яҡындарын һәм көйәрмәндәрен юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһауы, бына шулай призлы урындар яулауы менән хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп ҡотланы. Йыйылма командаларҙың дөйөм иҫәбе буйынса Рәсәй – беренсе, Иран – икенсе, Азербайжан өсөнсө урынға өлгәште.

Был грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙың ғына түгел, “Өфө-Арена”ла барған донъя чемпионатының да һуңғы ярыштар көнө булды һәм сараны ябыу тантанаһы үткәрелде.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән юниорҙар араһын­да спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының уңышлы тамамланыуы менән ҡотлайым. Тотош донъя Өфөләге көрәште күҙәтте. Айырым рәхмәт һүҙҙәре – Берләштерелгән көрәш донъяһына, Спорт көрәше федерацияһына һәм Рәсәй Федера­цияһының Спорт министрлығына, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм тиҙҙән Өфөнөң Көрәш һарайына эйә буласағын хәтергә төшөрҙө.

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты Ахролджан Рузиевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Наградаға шулай уҡ спорт үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Рәсәйҙең Йыйылма команда­ларының спорт әҙерлеге үҙәге директоры Георгий Брюсов лайыҡ булды.

Беҙ, спорт һөйөүселәр һәм көйәр­мәндәр, илебеҙ көрәшселәренең уңышлы сығыш яһауына шатбыҙ. Был ҙур сарала беренселекте яулаған спортсыларыбыҙҙың 2024 йылда Парижда уҙғарыласаҡ йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙалдар яуларына ышанысыбыҙ ҙур. Бигерәк тә донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡорт­остан исеменән сығыш яһаған Сәйед-Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриевтың исемдәре лә өс йылдан һуң йәнә тотош донъя күләмендә яңғырар, тигән өмөттәбеҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА.

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-25/don-ya-chempionaty-tamam-2478304

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас