СПОРТ
21 Август 2021, 08:04

Рәсәйҙән күпме спортсы үҙ көсөн һынай?

Илебеҙҙең спорт көрәше буйынса чемпионаттарҙы үткәргәне бар, тик бына юниорҙар араһында был сара беҙҙә беренсе тапҡыр ойошторола.

Рәсәйҙән күпме спортсы үҙ көсөн һынай?Рәсәйҙән күпме спортсы үҙ көсөн һынай?
Рәсәйҙән күпме спортсы үҙ көсөн һынай?

Илебеҙҙең спорт көрәше буйынса чемпионаттарҙы үткәргәне бар, тик бына юниорҙар араһында был сара беҙҙә беренсе тапҡыр ойошторола.

Рәсәйҙән 33 спортсы ирекле көрәш, ҡатын-ҡыҙ, грек-рим көрәше буйынса үҙ көсөн һынай. Башҡортостандың был сараны үткәреү урыны тип һайланыуы тиккә түгел, сөнки беҙҙә көрәшселәр мәктәбе көслө. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында көрәш үҫеше буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла. Әле республикабыҙ баш ҡалаһында 55 илдән бер меңдән ашыу йәш көрәшсе йыйылған.

Рәсәйгә килгәндә, илебеҙҙә ҙур ярыштарҙа миҙал яулаған көрәшселәр күп. Күптән түгел Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарында ла улар һынатманы: һигеҙ миҙал – дүрт алтын һәм дүрт бронза – яуланылар.

Йәштәр ҙә бирешмәй: 2018 йылда үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә 23 миҙалға (һигеҙ алтын, өс көмөш, 12 бронза) лайыҡ булғайнылар. 2019 йылда ойошторолған был сарала 20 миҙал (алты алтын, алты көмөш, һигеҙ бронза) яуланылар.

 

 

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-21/r-s-y-n-k-pme-sportsy-k-s-n-ynay-2474423
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас