

Мәскәүҙән грэпплинг буйынса тренер Андрей Столяров Өфөлә барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Йыйылма команда һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтбеҙ, башҡа командалар ҙа яҡшы әҙерләнгәйне. Ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ лайыҡлы сығыш яһаны, - тип һөйләне Рәсәй спортсылары һөҙөмтәләре хаҡында Сергей Столяров. – Ярыштар планы бар ине, әммә ҡайһы бер ваҡытта ул бөтөнләй кәрәкмәй, эшкә импровизация ҡушыла. Әле беҙгә күп нәмә өҫтөндә эшләргә кәрәк, әммә, дөйөм алғанда, айырым мәсьәләләр тормошҡа ашырылған. Үҙ өҫтөңдә эшләү, алға ынтылыш, хеҙмәт, үҙ илең өсөн сығыш яһарға теләү, әлбиттә, Рәсәйҙең Андрей Столяровтан Рәсәй йыйылма командаһы уңышы.
Ул шулай уҡ башҡорт спортсыларының донъя чемпионатында яҡшы эшләүе, үҙҙәрен ҡунаҡсыл ҡабул итеүҙәре хаҡында һөйләгән.
Тренер Башҡортостандың баш ҡалаһы хаҡында ла йылы һүҙҙәр әйткән.
- Өфөлә, моғайын, иң яҡшы ойоштороу һәм иң яҡшы залдыр, - тигән тренер донъя чемпионаты хаҡында. – Ойоштороусыларға һәм судьялар коллегияһына рәхмәт әйтергә генә ҡала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, грэпплинг һәм грэпплинг-ги буйынса ярыштар 13, 14 августа булды. Ике көндә Рәсәй командаһы 39 алтын, 24 көмөш һәм 23 бронза миҙал яуланы.
Фото: Спорт министрлығы.