СПОРТ
21 Август 2021, 15:52

Китапта – Рәсәйҙәге көрәш тарихы

Башҡортостандың баш ҡалаһында юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты барышында “Рәсәй көрәшенең дан залы” тип исемләнгән баҫманың исем туйы булды.

Китапта – Рәсәйҙәге көрәш тарихыКитапта – Рәсәйҙәге көрәш тарихы
Китапта – Рәсәйҙәге көрәш тарихы

Башҡортостандың баш ҡалаһында юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты барышында “Рәсәй көрәшенең дан залы” тип исемләнгән баҫманың исем туйы булды.

Китапта ватан көрәше һәм уның төп геройҙары хаҡында бәйән ителә. Айырым бүлектәр Иван Поддубный, Бувайсар Сайтиев, Александр Карелин, Иван Ярыгин, Александр Медведь, Анатолий Парфенов кеүек спортсыларға арналған. Баҫма аша Рәсәйҙә көрәштең үҫеше, Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарына ҡарата һығымталар хаҡында ла хәбәрҙар булырға мөмкин.

Башҡорт көрәшенә арналған бүлектә күренекле спортсы, тренер, Башҡорт АССР-ында спорт үҫешенә ҙур йоғонто яһаған Владимир Борман һәм уның йолаларын дауам итеүсе Борис Понятов тураһында яҙылған.

Китапта Башҡортостанда спорт көрәшенең үҫеше һәм тарихы хаҡында ла ентекле бәйән ителгән. Төрлө фотоһүрәттәр, мәғлүмәттәр – Башҡортостан Республикаһының Спорт көрәше федерацияһынан. Яҙмаларҙы әҙерләүҙә журналист Лилиә Шафиҡова әүҙем ҡатнашҡан. “Әлеге ваҡытта спорт темаһына китаптар, тулы йөкмәткелеләре бигерәк тә, йыш нәшер ителмәй, – тип белдергән Лилиә Шафиҡова. – Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе ярты йыл йыйҙым: Башҡортостан спорты ветерандары менән аралаштым, архивтан матбуғат баҫмаларын эҙләнем, факттарҙы шаһиттарҙан раҫлаттым, командировкаларға сыҡтым. Барлыҡ материалдар Башҡортостандың Спорт көрәше буйынса федерацияһы менән килешеп атҡарылды, сөнки барыбыҙ ҙа башҡорт спорты тарихының тәрән мәғәнәгә эйә икәнлеген аңлайбыҙ”.

Китаптың концепцияһы – Георгий Брюсовтыҡы, продюссерҙары – Сергей Москвитин һәм Артем Поздеев. Ян Дымов, Владимир Голубев, Евгений Богатырев, Владимир Белов, Израил Тотоонти, Владимир Воронин, Андрей Митьков, Юрий Шахмурадов һәм Тигран Аванян материалдары файҙаланылған.

 

 

 

 

Фото: Спорт көрәше федерацияһы.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-21/kitapta-r-s-y-ge-k-r-sh-tarihy-2474362
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас