

Тунистан баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионатта Тунистан бер вәкил ҡатнаша.
Барлыҡ Олимпия уйындары тарихында Тунистан бер генә спортсы көрәш буйынса миҙал яулай алған. Ул – Маври Амри. Спортсы 58 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында тыуған иле өсөн бронза миҙалға лайыҡ булған. Ул шулай уҡ 2017 йылда донъя вице-чемпионы тип тә танылған. Марва Амри Өфөлә үткәрелгән чемпионатҡа көс һынашырға килгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелде, 16 августан 20 авгусҡа тиклема – ирекле көрәш, 20-23 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар була. Шулай итеп, ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән бер меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.
Фото: Көрәш спорты федерацияһы.