

Өфөлә барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Америка Ҡушма Штаттарынан 31 көрәшсе ҡатнаша.
Ә һеҙ батшалар осорондағы Рәсәйҙә ирекле көрәштең рәсми рәүештә “ирекле американ көрәше” тип йөрөтөлгәнен беләһегеҙме? Был юҡҡа түгел, сөнки Америкала был спорт төрө элек-электән үҫешкән. Унда көрәш буйынса мәктәптәр һәм залдар күп. Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарында ла был ил спортсылары туғыҙ миҙал – өс алтын, ике көмөш һәм дүрт бронза – яуланы. Бынан тыш, UFC-ның чемпиондары күп. Мәҫәлән, Олимпия уйындарының ирекле көрәш буйынса чемпионы Генри Сехудо - UFC-ның ике ауырлыҡ категорияһы чемпионы.
Өфөлә үткәрелгән сарала ла был ил спортсылары һынатмай. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ көрәше буйынса ярыштарҙа миҫал иҫәбе буйынса беренсе урын яуланылар.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.