

Олимпия уйындарында чемпион тип танылған көрәшселәрҙең барыһы ла башта үҙен юниорҙар араһында үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында һынап ҡараған. Шуға баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән сарала ла һәр спортсы барлыҡ мөмкинлектәрен күрһәтергә тырыша. Был чемпионат – 2024 йылда Парижда үткәреләсәк йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн бер баҫҡыс ул. Шуныһы һөйөнөслө: юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатына Берләштерелгән көрәш донъяһы (UWW) президенты Ненад Лалович, Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Рәсәй Геройы, күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы, грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов һәм башҡалар килде.
Һәр аҙнала бер дәрес милли көрәшкә арнала
17 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының абруйлы ҡунаҡтары менән берлектә Өфөнөң “Сағыу” биҫтәһендәге 162-се “Смарт” полилингваль күп профилле мәктәбендә булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был уҡыу йортон ике йыл элек асҡайнылар. Заманса кластарҙан тыш, унда мобиль компьютер кластары, сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн лингафон кабинеттары, лабораториялары булған биология, химия кабинеттары, спорт, гимнастика залдары, уҡыу залы булған китапхана, медиатека һәм башҡалар бар. Мәктәп директоры Наил Әминевтең билдәләүенсә, грек-рим көрәше һәм грэпплинг секцияларына 100-ҙән ашыу бала йөрөй. Бынан тыш, 11 – 16 йәшлек 70 уҡыусынан торған төркөмдәр өсөн һәр аҙнаның өсөнсө физкультура дәресе милли көрәшкә арнала.
Төбәк етәксеһе һәм UWW президенты спорт көрәше, регбол буйынса күнекмәләрҙе ҡараны һәм спорт залының махсус диуарында буласаҡ чемпиондарға теләктәрен яҙып ҡалдырҙы, шулай уҡ “Сармат” футбол клубы етәксеһе, тренер-уҡытыусы Аким Каменевтың йәш футболсылар менән нисек шөғөлләнеүен күҙәтте.
162-се мәктәптә Радий Хәбиров һәм Ненад Лалович “Спорт көрәше – Башҡортостан мәктәптәренә” программаһы буйынса Өфөнөң физкультура уҡытыусылары өсөн август кәңәшмәләре сиктәрендә үткәрелгән интенсив-семинарҙа ҡатнашты.
– Барығыҙҙы ла ҡыуаныслы сара – юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемионаты – асылыуы менән ҡотлайым. “Спорт көрәше – мәктәптәргә” программаһында республиканың 62 уҡыу ойошмаһы ҡатнаша. 2024 йылға уларҙың һаны 200-гә етергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Башҡортостанда спорттың барлыҡ төрҙәрен үҫтерергә тырышабыҙ, артабан да спорт һәм физкультура хәрәкәтенә ярҙам итәсәкбеҙ.
Республика етәксеһе “Ауыл тренеры” республика программаһында ҡатнашҡандарға дүрт сертификат тапшырҙы. Был программа Башҡортостанда 2020 йылдан бирле республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Йыл һайын 100 грант өсөн 60 миллион һум аҡса бүленә. Программа шарттарына ярашлы, ауыл ерендә балалар менән эшләгән тренерҙар 600 мең һумға сертификат ала. Был аҡсаны торлаҡҡа йәки ер биләмәһенә, өй төҙөүгә, автомобиль һатып алыуға, профиль буйынса уҡыуға файҙаланырға мөмкин.
Радий Хәбиров ҡулынан сертификаттарҙы спорт көрәше һәм милли көрәш буйынса тренерҙар – Ҡыйғынан Руслан Әхмәҙиев, Әбйәлилдән Илгиз Абдуллин, Ейәнсура районынан Динис Дәүләтбәков һәм Рәфис Ғайсин – алды.
Был мәктәп –легендар урын
Ошо уҡ көндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының абруйлы ҡунаҡтары менән берлектә спорт көрәше буйынса Олимпия резервы мәктәбенә барҙы.
Төбәк етәксеһе һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты йәш көрәшселәр шөғөлләнгән шарттарҙы, күптәргә билдәле Фәдис менән Фәнис Вәлитовтар үткәргән күнекмәләрҙе ҡараны, шулай уҡ тренерҙарҙы һәм тәрбиәләнеүселәрҙе юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты башланыуы менән ҡотланы.
– Был мәктәп – республикабыҙҙа спорт менән шөғөлләнгәндәр өсөн легендар, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ урын. Унда СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Алексеевич Борман йөҙләгән көрәшсене тәрбиәләгән. Ошо балаҫта унлаған спортсыбыҙ СССР, Рәсәй мастеры тип танылды, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын арала Спорт көрәше үҙәген төҙөйәсәкбеҙ. Әлегә бында шөғөлләнергә һәм юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшергә мөмкин. Мәктәп директоры Александр Николаевич Григорьевҡа рәхмәт әйткем килә. Оҙаҡ йылдар дауамында ул республикабыҙ ғорурлығы булған бихисап спортсы тәрбиәләгән.
– Өфөлә күргәндәр миндә тәрән тойғолар ҡалдырҙы. Йәш көрәшселәрҙе, буласаҡ чемпиондарҙы тәрбиәләгән шәп мәктәптәрҙә булдыҡ. Был – ошо йүнәлеш буйынса шөғөлләнгәндәр өсөн ҙур өҫтөнлөк, – тине Ненад Лалович. – Барыһын да спорт көрәше буйынса беренселектең башланыуы менән ҡотлайым. Ярыштар шөғөлләнгән йүнәлешегеҙҙә дәрт өҫтәйәсәк.
Спорттағы ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе һәм Көрәш буйынса Европа беренселегендә бронза миҙал яулаған Фәдис Вәлитовҡа фатир алыу өсөн сертификат тапшырҙы.
“Һәр спортсы Ватанының намыҫын лайыҡлы яҡлаһын...”
“Өфө-Арена”ла донъя әһәмиәтендәге ярыш тантаналы асылды. Өфө Рәсәйҙең спорт көрәше буйынса юниорҙар чемпионаты үткәрелгән беренсе ҡала булды. Тантанала республикабыҙҙың тарихи үткәне, мәҙәниәте, йолалары сағылыш тапты. Ҡыҙҙарҙың чемпионатта ҡатнашыусы илдәр әләмдәре менән зал буйлап үтеүе тамашасыларҙа ҙур һоҡланыу уятты.
Юниорҙар араһындағы спорт көрәше чемпионаты әләмен Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, грек-рим көрәше буйынса халыҡ-ара мастер Рәмил Сираев, халыҡ-ара спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рәфис Садиҡов, йәштәр араһында грек-рим көрәше донъя чемпионы Дамир Әхмәтйәнов, грек-рим көрәше буйынса донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы Ислам Опиев, 23 йәшкә тиклемгеләр араһында грек-рим көрәше буйынса донъя беренселегендә призлы урын яулаған Фәдис Вәлитов һәм грек-рим көрәше буйынса Европа чемпионы Илья Кандалин залға сығарҙы.
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович, Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Рәсәй Геройы, күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы, грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов һәм башҡалар ҡатнашты.
– Ошондай кимәлдәге чемпионатты үткәреү – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Мөмкинлектәрегеҙҙе күрһәтә алыуығыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ. Әлбиттә, яҡшы тәьҫораттар менән генә ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров һәм ярыштың ғәҙел үтеүен, көслөләрҙең еңеү яулауын теләне.
Радий Хәбиров ошондай киң ҡоласлы сараның Башҡортостанда Берләштерелгән көрәш донъяһы президентының ышаныс белдереүе һөҙөмтәһендә үткәрелеүен билдәләне һәм, рәхмәт билдәһе итеп, Ненад Лаловичҡа республикабыҙҙың “Халыҡтар дуҫлығы” орденын тапшырҙы.
– Был сара барлыҡ йәһәттән шәп, спортсылар, тренерҙар, ирекмәндәр ҙә, тантана ла иҫ китмәле. Республика Башлығы Радий Хәбиров та шәп. Көрәш “йондоҙ”ҙары ла бынамын тигән, – тип белдерҙе Ненад Лалович һәм Радий Фәрит улына еңел булмаған эпидемиологик шарттарҙа чемпионатты үткәргәне өсөн рәхмәт белдерҙе, көрәш үҫешенә индергән өлөшө өсөн Берләштерелгән көрәш донъяһының Почет билдәһен бүләк итте.
Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов Өфөлә лә, Токиолағы йәйге Олимпия уйындары кеүек, киң күләмле сара ойошторолоуы, бында еңеү яулауҙың спортсылар өсөн Парижда үткәреләсәк йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыуға бер баҫҡыс икәнлеге хаҡында әйтте.
– Башҡорт ерендә ошондай ҙур спорт форумының ойошторолоуы менән ғорурланам һәм бәхетлемен, – тип белдерҙе Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили. – Һәр спортсы Тыуған иленең намыҫын лайыҡлы яҡлаһын!
Рәсәй Геройы, күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы, өс тапҡыр грек-рим көрәше буйынса Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа республикабыҙға коронавирус инфекцияһына бәйле ауыр ваҡытта ошондай юғары кимәлдәге ярыш үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм спортсыларҙың ҡунаҡсыл башҡорт еренән тик яҡшы тәьҫораттар алып ҡайтыуын теләне.
“Бында көрәш йолалары көслө...”
Ошо уҡ көндә “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексында юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя беренселеге асылыуға арналған матбуғат конференцияһы булды. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Берләштерелгән көрәш донъяһы (UWW) президенты Ненад Лалович, Федерация советы ағзаһы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Карелин һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили яуап бирҙе.
Республика Башлығы, матбуғат конференцияһын асып, алдағы йылдарҙа Өфөлә киң ҡоласлы халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштары үткәреләсәк махсуслашҡан Спорт көрәше үҙәген төҙөү тураһында пландарын иҫкә төшөрҙө.
– Был объекттың проектын эшләгәндә һәр аҙымды Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы менән килешеп яһаныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Һәр кимәлдәге спорт йыйындарын үткәреү өсөн урын бирергә әҙербеҙ. Беҙҙә – яҡшы климат, юғары кимәлдә ойоштороу саралары. Беҙҙә уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк. Бында ҡунаҡхана ла буласаҡ, сөнки бөгөн үк Өфөлә донъя беренселеге үткәрелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡ отелдәр тулы. Был ҡунаҡхана эшҡыуарлығының яҡшы эшләүен күрһәтә.
– Күп кенә сит ил спортсыларының Рәсәйгә беренсе тапҡыр килеүенә ышанам. Илебеҙ менән танышыуҙы ошондай матур республиканан башлауҙары шәп, әлбиттә, – тип өҫтәне Михаил Мамиашвили. – Шуға Башҡортостандағы Спорт көрәше үҙәгенә халыҡ-ара статус спорт өсөн генә түгел, Рәсәйҙең донъя аренаһындағы сәйәси ролен нығытыу өсөн дә мөһим.
– Бында ошо сараны ойоштороу һәм үткәреү менән ныҡ бәхетлемен, – тине Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара Олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович. – Бөгөн иртән Өфөнөң яңы биҫтәләрендә уҡыу программаһына көрәш ингән ике мәктәпте ҡараныҡ. Тап ошо балалар һеҙ төҙөгән Көрәш үҙәгенә данлы спорт йолаларын дауам итеү өсөн киләсәк. Республикалағы 62 мәктәп ошондай көрәш дәрестәрен үткәрә һәм бының өсөн тейешле инфраструктура бар. Киләсәктә улар артасаҡ һәм яңы еңеүҙәр өсөн ҡеүәтле нигеҙгә әйләнәсәк.
– Быйыл “Спорт көрәше – мәктәптәргә” программаһына тағы 21 уҡыу ойошмаһы ҡушыласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ 2024 йылғаса уларҙың һаны 200 булһын тигән план ҡуйҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта спорттың башҡа төрҙәре буйынса башланғыстарға ла ярҙам итәбеҙ. Шулай итеп, Токиолағы Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса, унда рапирасыларыбыҙ алтын һәм көмөш миҙалдар яулағайны, республиканың фехтование буйынса Олимпия резервы мәктәбен төҙөү һәм Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге ҡарамағында Фехтование һарайы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек.
Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа донъя беренселеген юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтте.
– Токиолағы Олимпиада шаңдауы һүнмәгән әле. Унда Рәсәй көрәшселәре дүртәр алтын һәм бронза миҙал яуланы. Ә беҙ Башҡортостанда спорт көрәше буйынса беренселек үткәрәбеҙ. Бөгөн бында сығыш яһағандар өс йылдан үҙ илдәренең йыйылма командаһы намыҫын Париждағы Олимпия уйындарында яҡлаясаҡ, – тине Михаил Мамиашвили. – Башҡортостан – ошондай ярыштарҙы үткәреү өсөн бик ҡулай урын. Бында көрәш йолалары көслө. Бында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Бормандың легендар мәктәбе төҙөлгән. Бында спорттың әлеге төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу етди. Республика Рәсәй спорты тормошоноң уртаһында ҡайнай һәм төрлө кимәлдәге турнирҙар үткәреү, йәштәрҙе йәлеп итеү, яҡшы тренерҙар әҙерләү йәһәтенән алда бара. Радий Фәрит улы Хәбиров әйтеүенсә, был беренселектең төп мираҫы балаларҙың спорт залдарына һәм татамиға килергә теләүе буласаҡ. Спорттағы юлын тап көрәштән башлаған республика Башлығы был мәсьәләләрҙе ишетеп кенә белмәй.
Федерация Советы ағзаһы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Карелин 2020 йылда Өфөлә Башҡортостан Башлығы приздарына спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогы үткәрелеүен хәтеренә төшөрҙө.
– Ауыр пандемия йылында ла республика ошондай кимәлдәге асыҡ турнирҙы үткәрҙе, – тине ул. – Рәсәйҙең йыйылма командаһы ярышыу өсөн уникаль мөмкинлеккә эйә булды, башҡорт ҡунаҡсыллығы мөхитенә эләкте. Бының өсөн ҙур рәхмәт! Ә әле республика йәнә ярыштар үткәрә – тик хәҙер планета кимәлендә.
Сенатор “Ауыл тренеры” республика программаһын тормошҡа ашырыуҙы ла юғары баһаланы.
– Беҙ, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл уҡытыусыһы” программалары кеүек, “Ауыл тренеры” программаһын да федераль кимәлдә закон йәһәтенән нығыттыҡ, – тине Александр Карелин. – Ауылда эшләгән тренерҙар өсөн 600 мең һум аҡса – һиҙелерлек ярҙам. Тәжрибәгеҙҙе мотлаҡ тотош ил буйлап таратасаҡбыҙ. Тап ауылдарҙан спортҡа нығынған йәштәр килә һәм чемпион була, призлы урындар яулай.
Матбуғат конференцияһында Радий Хәбиров, Ненад Лалович, Александр Карелин һәм Михаил Мамиашвили донъя беренселегендә ҡатнашҡан атлеттарға үҙҙәренә ышаныс, намыҫлы көрәш һәм сағыу еңеүҙәр теләне.
Ярыштар дауам итә
Бөгөн, 20 августа, “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты ярыштары дауам итә.
Ирекле көрәш буйынса ярыштарҙың икенсе көнөндә, 17 августа, Рәсәй өсөн беренсе алтын миҙалды Дағстандан 18 йәшлек Рамазан Баһауетдинов 57 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында яуланы. Ул башта төрөк спортсыһы Мөхәммәт Каравусҡа бирешеп бара ине, әммә үҙен ҡулға алды һәм еңеүгә өлгәште.
65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында финалда илебеҙ спортсыһы Шамил Мамедов менән Азербайжандан Зираддин Байрамов осрашты. Тәүге минуттарҙан уҡ ярыш ҡыҙыу барҙы. Икеһе лә алтын миҙал өсөн тырышты. Әммә Шамил ныҡышмаллығы, сәмселлеге арҡаһында беренселеккә сыҡты. 70 килограмға тиклемгеләр араһында иһә Рәсәйҙән Станислав Свинобоев бронза миҙал яуланы.
Финал ярыштарында алтын миҙалға Ирандан Мөхәммәд Ноходиларими (79 килограмм) һәм Американан Брэкстон Амос (97 килограмм) лайыҡ булды.
18 августа “Өфө-Арена”ла барған юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса ярыштар башланды. Бер көн элек был ярыштар буйынса йәрәбә һалынғайны. Шулай итеп, гүзәл зат вәкилдәре 61, 74, 86, 92, 125 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында көс һынашты.
Ошо көндә Рәсәйҙән Анастасия Сидельникова һәм Елизавета Петлякова финалға сыҡты. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ араһында 50, 55, 59, 68 һәм 76 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында ярымфинал осрашыуҙары тамамланды.
Анастасия Сидельникова 55 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Азербайжандан Жали Алиеваға беренселекте бирмәне: иҫәп 10:0! Елизавета Петлякова ла 68 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Төркиәнән Несрин Басты ышаныслы еңде. Рәсәйҙән тағы бер көрәшсе Анастасия Яндушкина ярымфиналда Ҡырғыҙстандан Кальмира Билимбәк ҡыҙынан еңелде.
Чемпионаттың өсөнсө көнөндә 61 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Рахман Амузадхалили (Иран) – беренсе, Равиндер Равиндер (Һиндостан) – икенсе, Федор Балтуев (Рәсәй) һәм Алибег Алибегов (Бахрейн) өсөнсө урынды яуланы. 74 килограмға тиклемге ауырлыҡта Киган Отооле (АҠШ) – алтын, Нурдәүләт Куанышбай (Ҡаҙағстан) – көмөш. Туран Байрамов (Азербайжан) һәм Яш Яш (Һиндостан) бронза миҙалға лайыҡ булды. 86 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Амирхуссейн Фирузпурбандпей (Иран) – беренсе, Рахим Магамадов (Франция) – икенсе, Ислам Картоев (Рәсәй) һәм Сағадулла Агаев (Азербайжан) өсөнсө урынға сыҡты. 92 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында – АҠШ-тан Роки Эламға, 125 килограмға тиклемге ауырлыҡта Ирандан Али Акбарпурхордуниға тиңдәр табылманы. Һуңғы ауырлыҡ категорияһында Рәсәйҙән Андрей Бестаев бронза миҙалға өлгәште.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла 23 авгусҡа тиклем бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелде, 16 – 20 августа – ирекле көрәш, 20 – 22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар була. Шулай итеп, ун көн буйы барған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.
Өфө донъяның иң көслө спортсыларын йыйҙы һәм беҙ был чемпионатта өс йылдан һуң Париждағы йәйге Олимпия уйындарында “йондоҙ” булып балҡыясаҡ спортсыларҙы күрәсәкбеҙ.
- Айһылыу НИЗАМОВА.
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-20/f-don-ya-k-r-shene-bash-ala-yna-yl-nde-2471479