

Сәйед-Хөсәйен Бакаев чемпионатта Рәсәй, Башҡортостан һәм Белорет намыҫын яҡлаясаҡ. Уның һөйләүенсә, спорт залына беренсе тапҡыр биш йәшендә килгән. Шул ваҡыттан алып – спортта.
"Әлеге ваҡытта иң ауыры – психологик йәһәттән донъя чемпионатына әҙер булыу, – тип белдергәйне спортсы сара алдынан. – Кимәл икенсе, шуға ата-әсәйем, туғандарым, тренерым менән күберәк һөйләшергә тырышам".
Ярыштар ваҡытында спортсыға яҡындары һәм тренеры – ныҡлы терәк.
"Башҡа илдәрҙән килгән спортсылар кеүек үк күнекмәләр үтәм, хатта күберәк тә, шуға барыһына ла әҙермен, – тигәйне чемпионат алдынан Сәйед-Хөсәйен. – Көслө, мауыҡтырғыс алыштар көтөлә, еңел булмаясаҡ, чемпионатҡа еңеү, миҙал өсөн киләләр".
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Сәйед-Хөсәйен Бакаев – грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Ул Рәсәйҙең Йәштәр спартакиадаһында еңгән, Рәсәйҙең юниорҙар беренселегендә, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡҡан.
Әйткәндәй, Башҡортостан өсөн сығыш яһаусы ике спортсыбыҙ – Сәйед-Хөсәйен Бакаев та, Адлан Амриев та – чемпионатта финалға сыҡты!
Фото: Спорт министрлығы.